8 миллион һумды түләгәндәр11.01.2019
Өфө ҡалаһының Орджоникидзе районы прокуратураһы “БашНИИСтрой” институты дәүләт унитар предприятиеһында хеҙмәт ҡануниәте үтәлешен тикшереп, етешһеҙлектәрҙе асыҡлаған. Предприятиеның былтыр майҙан алып ноябргә тиклем 70 хеҙмәткәре алдында эш хаҡы буйынса 8 миллион һум бурысы йыйылған.

Район прокуроры ойошма етәкселегенә хеҙмәт хоҡуҡтарын тергеҙеү буйынса күрһәтмә сығара. Шул уҡ ваҡытта мәжбүри түләттереү өсөн судҡа бирә, етәксегә ҡарата хеҙмәт хаҡын түләмәгән өсөн административ эш ҡуҙғатыла.

Прокурор тикшереүенән һуң ойошма етешһеҙлектәрҙе бөтөрөү буйынса сара күрә һәм һуңлап булһа ла, хеҙмәт өсөн әжерен ҡайтара.


Вернуться назад

Яндекс.Метрика