Иң ҙур бурыстары — закондар үтәлешен күҙәтеү11.01.2019
Бөгөн Өфөлә Рәсәй Федерацияһының Прокуратура хеҙмәткәрҙәре көнө уңайынан тантаналы йыйылыш үтте. Сарала Башҡортостан Республикаһы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров ҡатнашты.

Республика етәксеһе закон һағында тороусыларҙы хеҙмәт хаҡына бәйле проблемаларға, бәлиғ булмағандарҙың, алданған өлөшсөләрҙең, эшҡыуарҙарҙың хоҡуғын яҡлауға, коррупцияға ҡаршы көрәшкә айырыуса иғтибар итергә саҡырҙы. Был көндө прокуратура ветерандары Юрий Семеновҡа — Башҡортостан Республикаһының Почет грамотаһы, Любовь Трофимоваға “Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған юрисы” тигән исем тапшырылды.

Тантананың икенсе өлөшөндә прокуратура хеҙмәткәрҙәре бай йөкмәткеле концерт күрһәтте.


Вернуться назад

Яндекс.Метрика