Пассажирҙар транспорты: лицензиялауҙа яңы тәртип14.01.2019
Пассажирҙар транспорты: лицензиялауҙа яңы тәртип1 марттан илдә пассажирҙар транспортын лицензиялау тураһындағы законға үҙгәрештәр ғәмәлгә инә.

Тиҙҙән хоҡуҡ һаҡлау, ғәҙәттән тыш хеҙмәттәрҙең һәм ашығыс ярҙамдың махсус автотранспортынан тыш, пассажирҙар ташыған бөтә транспорт эшмәкәрәлегенә лицензия алырға тейеш. Әле иһә даими маршруттарҙа пассажирҙар ташыусылар ғына лицензиялана, предприятиелар үҙ хеҙмәткәрҙәрен лицензияһыҙ ҙа ташый ала. 1 марттан хатта уҡыусыларҙы ташыған өсөн дә документ алыу шарт.

Һәр лицензиатҡа үҙе хужа булған йәки ҡуртымға алған транспорт саралары реестрын алып барыу бурысы йөкмәтелә. Лицензияның срогы юҡ. Транспорт юлда рейдтар барышында ғына тикшереләсәк.

Лицензия алыуға 120 көн ваҡыт бирелә, йәғни улар 29 июнгә әҙер булырға тейеш.





Вернуться назад

Яндекс.Метрика