Күңелеңә ятҡанын, ҡулыңдан килгәнен һайла15.01.2019
Ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығы яуаплылығындағы мөһим йүнәлештәрҙең береһе – халыҡты эш менән тәьмин итеүгә булышлыҡ итеү. Эш эҙләгән граждандарға халыҡ мәшғүллеге үҙәктәрендә ярҙам ҡулы һуҙалар. Бөтә хеҙмәттәр ҙә бушлай күрһәтелә. Йәнә министрлыҡ порталында эш эҙләүселәр, үҙәккә мөрәжәғәт итеп тормайынса, үҙҙәренә кәрәкле һөнәрҙәрҙе һайлай ала.

Әлеге көндә республика банкында 40 664 эш урыны бар. Яңы йылдың 10 ғинуарына вакансиялар банкы тағы яңыртылған. Хатта торлаҡ менән тәьмин итеү шарты менән эшкә алыусылар ҙа бар. Мәҫәлән, бөгөндән Әлшәй районына агроном, инженер-механик, энергетик (эш хаҡы 17 мең һум), Мәсетле районына малсы, тракторсы (12 837 һум), техник (16 мең һум), Өфө ҡалаһы һәм ра-йонына водитель (30 мең һум), тракторсы (28 500 һум), эшсе (25-30 мең һум) талап ителә.

Инвалидтар өсөн дә вакансиялар бар. Мәҫәлән, Бүздәк районына – уҡы­тыусы, Кушнаренко гимназия­һына – лаборант, өҫтәмә белем биреү педагогы, Бәләбәй ҡасабаһына – производство биналарын йыйыштырыусы, Октябрьский ҡалаһына келәт мөдире, инженер-конструктор, инженер-технолог бөгөндән кәрәк.

Эш хаҡы 30 мең һумдан арты­ғы­раҡ тәшкил иткән хеҙмәт урындары ла етерлек. Стәрлетамаҡтағы “Межрайкоммунводоканал” предприятие­һына сәнәғәт һәм торлаҡ төҙөлөшөн­дә проект-смета эше буйынса биш йыллыҡ эш тәжрибәһе булған инженер, “РЕСО-МЕД” страховкалау медицина компанияһына тәжрибәле табип-эксперт, Салауаттағы проект институтының монтаж-технология бүлегенә тәжрибәле инженер (инвалидтар өсөн квота), Мәсетле райо­нындағы “СоюзИТ” предприятиеһына программалаусы талап ителә. Ә бына Шишмәләге “Башкир-агроинвест” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте орлоҡсолоҡ буйынса агроном эҙләй. Эш хаҡы яҡшы – 70 мең һум.

Бөтә буш хеҙмәт урындары ха­ҡында Башҡортостан Ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министр­лығы порталында таныша алаһығыҙ.
Әйткәндәй, яңы йылдың 10 ғинуа­рында Өфөлә тәүге вакансиялар йәрминкәһе булып үтте. Сарала эш эҙләгән 365 кеше ҡатнашты. Уларға 22 предприятиела 299 вакантлы урын тәҡдим ителде. Һөҙөмтәлә 139 кеше эшкә саҡырыу алды.

Киләһе вакансиялар йәрминкә­һендә эш урындарын күмәртәләп һәм ваҡлап һатҡан сауҙа предприятиелары тәҡдим итәсәк. Йәмәғәт туҡланыуы ойошмалары, ресторандар ҙа ситтә ҡалмаясаҡ. Йәрминкә 17 ғинуарҙа баш ҡаланың Ибраһимов бульварындағы 47/1-се йорттағы Халыҡ мәшғүллеге үҙәгендә сәғәт 10-дан 12-гә тиклем дауам итәсәк.


Вернуться назад

Яндекс.Метрика