Төбәк телеканалдары зыян күрмәһен!17.01.2019
Төбәк телеканалдары өсөн өсөнсө һанлы мультиплекс булдырыуға федераль бюджеттан тейешле финанслау күләме ҡаралырға тейеш, тип белдерҙе сенатор Лилиә Ғүмәрова.

“Беҙ – Федерация Советы ағзалары – шуны талап итәбеҙ: Рәсәйҙә һанлы телевидение индереү төбәк телеканалдарына зыян килтерергә тейеш түгел, – тине Лилиә Салауат ҡыҙы. – 2020 – 2021 йылдарҙа өсөнсө мультиплекс булдырыласаҡ, унда төбәк телеканалдары инергә тейеш”.


Сенатор һүҙҙәренсә, Башҡортостан төбәктәр араһында беренселәрҙән булып был мәсьәләне күтәреп сыҡҡан.




Вернуться назад

Яндекс.Метрика