Төбәк операторы менән килешеү төҙөнөгөҙмө?18.01.2019
Күп фатирлы йорттарҙа, шәхси секторҙа йәшәгән республика халҡы, шулай уҡ ойошмалар, шәхси эшҡыуарҙар ғинуарҙа ҡаты көнкүреш ҡалдыҡтары менән эш итеү буйынса хеҙмәт күрһәткән төбәк операторы менән килешеү төҙөргә тейеш. Был турала Башҡортостандың Тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министрлығынан хәбәр иттеләр.

Килешеү төҙөү зарурлығы Рәсәй Хөкүмәте тарафынан раҫланған ҡаты коммуналь ҡалдыҡтар менән эш итеү ҡағиҙәләрендә ҡаралған. Уны төҙөү алымы һәм тәртибе республика биләмәһен хеҙмәтләндергән төбәк операторҙарының рәсми сайттарында урынлаштырылған:
— “Ҡаланы йыйыштырыу буйынса махсус автохужалыҡ” муниципаль унитар предприятиеһы (тел.: 8 (800) 347-80-03, http://sahufa.ru), хеҙмәтлән­дереү зонаһы — Өфө ҡалаһы, Архангел, Балаҡатай, Благовар, Благовещен, Дыуан, Иглин, Ҡырмыҫҡалы, Ҡыйғы, Кушнаренко, Мәсетле, Нуриман, Салауат, Өфө, Шишмә райондары; әгәр сүп-сарҙы ситкә сығарыу графигын боҙоуға шаһит булһағыҙ йәки рөхсәтһеҙ сүплек асылыуын асыҡлаһағыҙ, 8-986-704-40-88 телефонына WhatsAPP һәм Viber мессенджерҙары аша фото һәм видеомөрәжәғәт ебәрергә;

— “Дүртөйлөмелиоводстрой” яуаплы­лығы сикләнгән йәмғиәте (тел.: 8 (800) 511-84-20, https://dmsrb.ru/), хеҙмәтлән­дереү зонаһы — Ағиҙел, Нефтекама ҡалалары, Межгорье ҡалаһы ябыҡ административ-территориаль берәмеге, Асҡын, Балтас, Бөрө, Борай, Дүртөйлө, Илеш, Ҡалтасы, Ҡариҙел, Краснокама, Мишкә, Тәтешле, Яңауыл райондары;

— “Экосити” төбәк операторы яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте (тел.: 8 (800) 700-49-00, http://ecocityrb.ru/), хеҙмәтләндереү зонаһы — Күмертау, Салауат, Сибай, Стәрлетамаҡ ҡала­лары, Әбйәлил, Ауырғазы, Баймаҡ, Белорет, Бөрйән, Ғафури, Ейәнсура, Стәрлебаш, Йылайыр, Ишембай, Күгәрсен, Көйөргәҙе, Мәләүез, Миәкә, Стәрлетамаҡ, Учалы, Федоровка, Хәйбулла райондары;

— “Экология-Т” яуаплылығы сиклән­гән йәмғиәте (тел.: 8 (800) 250-01-85, http://eko-tko.ru/), хеҙмәтлән­дереү зонаһы — Октябрьский ҡалаһы, Әлшәй, Баҡалы, Бәләбәй, Бишбүләк, Бүздәк, Дәүләкән, Йәрмәкәй, Туймазы, Саҡмағош, Шаран райондары.

Сүп-сар йыйыуҙың һәм ситкә сығарыуҙың яңы системаһына күсеү мәсьәләләре буйынса төбәк оператор­ҙарының “ҡыҙыу элемтә”һенә һәм Башҡортостандың Тәбиғәттән файҙа­ланыу һәм экология министрлығына 8 (347) 218-03-90 телефоны аша шылтыратырға мөмкин.
Быйыл 1 ғинуарҙан республикабыҙ, бөтә ил кеүек үк, ҡаты коммуналь ҡалдыҡтар менән эш итеүҙең яңы системаһына күсте. Хәҙер сүп-сарҙы йыйыу, ташыу, эшкәртеү, утилләш­тереү, зарарһыҙландырыу һәм күмеү менән төбәк операторҙары шөғөлләнә, ә халыҡ был хеҙмәт өсөн билдәләнгән тарифҡа ярашлы түләргә тейеш.

Эш ҡалдыҡтарға бәйле заманса, экологик яҡтан хәүефһеҙ система ойоштороуға, рөхсәтһеҙ асылған күп һанлы сүплектәрҙе бөтөрөүгә, яңыларын булдырмауға, шулай уҡ ҡыйҙы сорттарға айырыу, эшкәртеү буйынса сифатлы инфраструктура төҙөүгә йүнәлтелә.


Вернуться назад

Яндекс.Метрика