17 йәш ғүмер сигеме?18.01.2019
Яңыраҡ Өфө художество-гуманитар колледжы студенты, 17 йәшлек ҡыҙҙың, буласаҡ ҡәйнәһе менән һүҙгә килгәндән һуң, үҙ-үҙенә ҡул һалыуы билдәле булғайны.

Әле Өфө ҡалаһындағы уҡыу йорттарының береһендә белем алған 17 йәшлек ҡыҙ вафат булған. Был хәл ҡыҙҙың яҡындарын ғына ҡайғығы һалып ҡалманы, ә уның бергә уҡыған курсташтарын да утҡа һалды, сөнки ул туберкулез сиренән вафат булған.

Ҡыҙ быйыл беренсе курсҡа уҡырға ингән. Уҡыу башында бөтәһе менән бергә флюорография үтергә тейеш булһа ла, баш тартып, аҙаҡ һөҙөмтәһен килтерергә вәғәҙә биргән. Тик бер айҙан һуң да белешмә килтермәгән, ә Яңы йыл алдынан иһә дауаханала вафат булған.

Йоғошло сирле ҡыҙ менән бергә уҡыған студенттарҙың ата-әсәләре хәҙер балаларының һаулығы өсөн борсола. Әле уның менән аралашҡан уҡытыусылар һәм студенттар яңынан флюорография үтә. Барлыҡ бүлмәләр ҙә ныҡлап эшкәртелә.


Вернуться назад

Яндекс.Метрика