Мейеңде эшкә екһәң, аҡса бирерҙәр21.01.2019
Башҡорт дәүләт университетында технологик ҡалдыҡтарҙы электр магниты менән эшкәртеү ысулын уйлап тапҡандар. Был проектты Рәсәй фундаменталь тикшеренеүҙәр үҙәге ыңғай баһалаған һәм уны тормошҡа ашарыуға өс миллион һумлыҡ грант биргән.

Юғары уҡыу йортоноң матбуғат үҙәгендә хәбәр итеүҙәренсә, ошо яңылыҡты уйлап тапҡан бәләкәй инновация предприятиеһы биш йыл инде эшләп килә. Былтыр коллектив Бөгөлмә механика заводында ҡырлы торбаларҙы таҙартыу ысулын тормошҡа ашырғайны.



Вернуться назад

Яндекс.Метрика