Аҡса алмашына!22.01.2019
Өфө урамында бер ханым өлкән йәштәге инәйгә килеп, алыҫ туғаны булыуы хаҡында хәбәр итә һәм тиҙҙән аҡса реформаһы буласағын, арзанаймаҫ элек уны алмаштырырға кәрәклеген әйтә. Үҙенең банкта эшләүен, башҡа туғандарына ярҙам итеүен дә өҫтәй.

Ни эшләргә белмәгән инәй банктан 700 мең һум аҡсаһын алып, бөтөнләй таныш булмаған кешегә тоттора. Ә "изге күңелле" әҙәм башҡаса күренмәй. Алдаҡсы видеокүҙәтеү камераһына эләгә. Мутлашыу буйынса енәйәт эше ҡуҙғатылған. Тәртип һаҡсылары алдаҡсыны эҙләй, ят әҙәмдәрҙән һаҡ булырға саҡыра.




Вернуться назад

Яндекс.Метрика