Тәҙрә өлгөләре сереп бөткәйне...23.01.2019
Тәҙрә өлгөләре сереп бөткәйне...Мишкәләге "Юлсы" балалар һәм үҫмерҙәр үҙәге һуңғы йылдарҙа район хакимиәте етәкселеге, бағымсылар ярҙамында танымаҫлыҡ булып үҙгәрҙе. Бинаның ҡыйығы, иҙәне яңыртылды, башҡа уңайлыҡтар тыуҙырылды.

Ошо көндәрҙә Башҡортостандың Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай депутаты Вячеслав Андреев мишкәләрҙе йәнә ҡыуандырҙы – сереп бөткән өлгөләр урынына пластик тәҙрәләр ҡуйырға ярҙам итте. Хәҙер уңайлы һәм зауыҡ менән йыһазландырылған үҙәккә балалар ҙур теләк менән йөрөй.




Вернуться назад

Яндекс.Метрика