Ҡар көнөндә ҡарҙа аунап…25.01.2019
Бөтә донъя Ҡар көнөн саҡмағоштар рәхәтләнеп ҡышҡы саф һауала үткәрҙе.

Мәҫәлән, район үҙәгендәге 1-се урта мәктәп уҡыусылары “Бөтәгеҙ ҙә – саңғыға!” тигән ҡыҙыҡлы байрамда ҡатнашты. Уҡытыусылар төрлө мауыҡтырғыс ярыштар үткәрһә, уҡыусылар саңғыға баҫты. Башланғыс класс уҡыусылары китапханалағы “Спорттың ҡышҡы төрҙәре” сараһында ҡатнашты, аҙаҡ тышта уйнаны, саф һауала сәләмәтлектәрен нығытыу менән үҙҙәренә өр-яңы дуҫтар тапты, уйын-көлкөгә лә урын күп булды.





Вернуться назад

Яндекс.Метрика