Һыу урынына... аҡса29.01.2019
Ҡалаларҙа таҙа һыу һатылған терминалдар бар. Ҡайһы берәүҙәргә унан һыу түгел, ә аҡса төшә икән.

Хәл былай була. Өфө ҡалаһының ситтәрәк урынлашҡан терминалдарынан ике ай буйына аҡса юғалыуы хаҡында полиция хеҙмәткәрҙәренә хәбәр килә. Тәртип һаҡсылары мутлашыусыларҙы эҙләй башлай һәм бер аҙҙан ҡойроғона баҫа. Уларҙың береһе Иглиндан 25 йәшлек егет булһа, ҡалғандары – бығаса бер нисә тапҡыр хөкөм ителергә өлгөргән 24, 25 һәм 26 йәштәге Өфө егеттәре.

Уғрыларҙы тотҡас, ике пакет тулы ваҡ аҡса, аппаратты емергән лом табыла. Егеттәр барыһы ла һаҡ аҫтына алынған, енәйәт эше ҡуҙғатылған. Тимер рәшәткә артында улар һыу һатылған терминалдарҙан бары һыу алырға кәрәклеген аңлар, моғайын.




Вернуться назад

Яндекс.Метрика