Күҙ берҙе күрһә, күңел меңде күрә01.02.2019

Ҡаҙаныштар нигеҙендә оло тырышлыҡ ята.

Ысынлап та, көслө затты күркәм иткәне – уға ҡарата тирә-йүндәгеләрҙең ихтирамы, хеҙмәт һәм аҡыл менән яулаған ҡаҙаныштары, алыҫтарға таралған даны. Милләттәштәребеҙ араһында ошондай шәхестәр булыуы – оло ғорурлыҡ. Тәжрибәһе менән ихлас уртаҡлашҡан, үҙ үрнәге менән башҡаларҙы алға әйҙәгән билдәле академик Марат Тәлғәт улы Аҙнабаев – шундайҙарҙың береһе.

Беҙ беҙ инек

Тотош ил кимәлендә хөрмәт ҡаҙанған академик – ябай ауыл малайы. Сығышы менән Көйөргәҙе районының Яҡшембәт ауылынан. Бала сағы һуғыштан һуңғы ауыр йылдарға тура килә. Аслыҡ, яланғаслыҡ, осон-осҡа ялғап йәшәгән заманда әллә ни ҙур пландар ҡорорлоҡ та түгел кеүек. Әммә шул осорҙа ла күңелдәрҙә ҡанат үҫтерер, киләсәкте күҙаллап, йәштәрҙә иртәгәһе көнгә ышаныс уятыр кешеләр булған.
Марат Аҙнабаев һайлаған һөнәре, бөтә ҡаҙаныштары өсөн ябай ауыл фельдшерына рәхмәтле. Фронттан ҡайтҡан отставкалағы офицер – Миңлебай Рахманғолов фронтҡа китер алдынан Ырымбурҙа хәрби лекарҙар училищеһын тамамлай. Һуғыштан һуң Яҡшембәттә фельдшер булып эшләй. Марат мәктәпте тамамлап килгәндә, беҙҙең халыҡта табиптар бөтөнләй тиерлек юҡ, тип үҫмергә медицина юлын һайларға кәңәш итә.

Мараттың тормошонда тет­рәндергес ваҡиғалар ҙа була. Ауыр йылдар, балаларҙың йүнле кейеме юҡ. Урамда тирләп-бешеп ҡарҙа уйнаған балалар, һыуыҡ алдырып, пневмония менән түшәккә ята. Бер ҡышта ғына Яҡшембәттә тиҫтәнән ашыу бала үлә. Сирләүселәр араһында Марат Аҙнабаевтың бер туған ҡустыһы Румил да була. Дарыуҙарын табып, уны үлем тырнағынан йолоп алған ауыл фельдшерына ихтирам тағы ла арта.
Марат медицина институтына уҡырға инергә йөрьәт итә. Дауалау факуль­тетын һайлаған егет ул осорҙа беҙҙең төбәктә бө­төнләй тиерлек үҫешмәгән ҡатмарлы офтальмология йүнә­лешенә өҫтөнлөк бирә. Йәш белгес фән менән шөғөлләнә. Мәскәүҙә илдең иң билдәле микрохирургы, офтальмолог Святослав Федоров етәксе­легендә докторлыҡ диссертацияһы яҡлай.

Марат Аҙнабаевтың ме­дици­налағы төп ҡаҙанышы шул: ул Рәсәй хирургтары араһынан беренсе булып күреү һәләте бөтөнләй бул­маған яңы тыуған сабыйҙарға әмәлиәт (операция) яһарға йөрьәт итә. Бөгөн был – киң таралған ғәмәл. Ә бит башҡорт хирургы ғилми яҡ­тан раҫлап, ғәмәли нигеҙҙә дәлил­лә­гәнгә тиклем, һуҡыр балаларға 6-7 йәше тулмайынса беҙҙә операция эшләнмәгән.

Уңыштары менән ҡанат­ланған, ныҡышмалылығы ме­нән яңы үрҙәргә ынтылған милләт­тәшебеҙ 90-сы йылдар­ҙағы үҙгәрештәрҙе лә еңел үткәрә. Шул осорҙа Өфө күҙ ауырыуҙары ғилми-тикшере­неүҙәр институтын етәкләгән Марат Аҙнабаев заманға яраҡлашыу өлгөһөн күрһәтә. Башҡортостан суверенитет яулау менән, Рәсәй Һаулыҡ һаҡлау министрлығы, һеҙ хәҙер үҙаллы республика, үҙ йүнегеҙҙе үҙегеҙ күрегеҙ, тип финанслауҙы тулыһынса туҡтата. Башҡортостан Фәндәр академияһы ҡарамағына бирһәләр ҙә, аҡса табыу юлдарын улар үҙҙәре эҙләй. Сит илдән станоктар, махсус линиялар һатып алып, институтта күпләп линза, трансплантаттар, яһалма күҙ яҫмығы (хрусталик) етештерә башлайҙар, уларҙы һатып, аҡса эшләйҙәр.

– Етештереү беҙгә алға китергә этәргес бирҙе. Шулай итеп, республикала беҙ иң беренселәрҙән булып баҙар иҡтисады шарттарын үҙләштерҙек. Белгестәрҙе лә тулыһынса үҙебеҙ әҙерләнек. Ошо мәл беҙҙең кадрҙарҙың үҫе­шенә, уларҙың уйлау кимәленә йоғонто яһаны, үҙебеҙҙең ҡулдан килгәнлеккә ышаныс артты, – ти Марат Аҙнабаев.

90-сы йылдар башында Башҡорт­остан Рәсәйҙең күп кенә өлкәләре менән фән, мәғариф, мәҙәниәт, һаулыҡ һаҡлау өлкәһендә ике яҡлы килешеүҙәр төҙөй. Республиканан ситтә йәшәгән милләттәштәребеҙҙең сәләмәтлеген хәстәрләүгә Марат Аҙнабаев та ҡушыла. Һигеҙ йыл рәттән ул Ҡурған, Ырымбур өлкәләренә белгестәр ебәрә. Урындағы район дауаханалары шарттарында операциялар эшләнә. Шул осорҙа Өфө күҙ ауырыуҙары институтының район-ара микрохирургия бүлектәре асыла. Беренсеһе – Яңауылда, артабан – Сибайҙа. Республикабыҙҙың төньяҡ-көнсығышы – айырым ҡараш талап иткән төбәк. Унда ҙур етештереү предприятиелары юҡ, йәшәү кимәле түбән. Үҙәктән алыҫ ятҡан райондар халҡы өсөн Салауат районы үҙәге Малаяҙҙа дауаланыу шарттары тыуҙырыла. Былар дәүләт ярҙамы менән түгел, фәҡәт институт иҫәбенә, уның етәксеһе башланғысында эшләнә.

Ғөмүмән, Өфөнөң Пушкин һәм Аврора урамдарында урынлашҡан Өфө күҙ ауырыуҙары институты тап Аҙнабаев етәкселегендәге осорҙа үҫешә, ил кимә­лендә танылыу яулай. Йәш табиптар һәм ғалимдар сит илгә команди­ровка­ларға сыға башлай. Бөгөн шәхси клиникаларын асҡан башҡорт офталь­мологтарының һәм микрохирургтарының күп булыуы – был һүҙҙәргә аныҡ дәлил.

Күҙ берҙе күрһә, күңел меңде күрә. Билдәле офтальмолог Марат Аҙнабаев – күреү һәләтен юғалтҡандарҙы ғына түгел, күңеле һуҡыр кешеләрҙе лә дауалай алырлыҡ шәхес. Академиктың эске донъяһы бик бай. Үҙе белгәнде башҡаларға өйрәтеү – тап уның кеүек шәхестәр өлөшө. Ул баш ҡалабыҙҙа үткән милли байрамдар, яҙыусы, артистарҙың юбилей кисәләрен бер ваҡытта ла ҡалдырмай. Марат Аҙнабаев­тың сәнғәткә яҡын булыуы, тарихты яҡшы белеүе шунда ла сағылыш таба: әле шәжәрә байрамдары тураһында һүҙ ҙә булмағанда, уның эш кабинетының иң түрендә нәҫел шәжәрәһе элеүле тора; ул үҙ аҡсаһына тыуған ауылында Ҡыпсаҡ ырыуы башлығы Ҡарағужаҡ бейгә стела аса. “Беҙ беҙ инек!” тип кенә йәшәмәүе, үҙенә тиклемгеләрҙе лә хөрмәт итеүе бына шунда ла күренә.

Ул бәхетле

Йәнә шуныһы – ең һыҙға­нып эшләп йөрөгән осоронда, 2006 йылда, Марат Аҙнабаев­ҡа “үҙ теләге” менән ғариза яҙып эшен ҡалдырырға тура килә. Күп көс һалып, Рәсәйҙең алдынғы клиникалары рәтенә күтәргән Өфө күҙ ауырыуҙары ғилми-тикшеренеү институты директорына нахаҡ бәлә яғып маташалар. Марат Тәлғәт улы үҙенә ҡарата һис кенә лә ихтирам һәм иғтибарҙы юғалтмай. Үҙен икенсе йүнәлештә асып, йәнә абруй ҡаҙана.

Төркиә, Германия менән бәйләнеш булдырыла. Ҡытайҙа дүрт клиника эшләй. Халыҡ-ара бәйләнештәрҙе нығытыу йәһәтенән пландар ҙур була. Шулай ҙа бөгөн ер емертеп хеҙмәт итер йәшендә эштән ебәрелеүен, вазифа­һынан ҡолаҡ ҡағыу менән түгел, бик күп уҡыусыларын доктор, профессор итеп өлгөрмәүе йәһәтенән үкенеп иҫкә ала.

Марат Аҙнабаев үҙе янында ҙур ижади коллектив туплай. Бер ваҡытта ла туған теленә битараф булмаған академик ғүмер буйы эш дәфтәренә баш­ҡортса медицина терминдарын теркәп бара. Шулай итеп, 2007 йылда Рәсәй Фәндәр академияһының “Ғилем” нәш­риә­тендә рус-башҡорт-латин телдә­рендә ҙур күләмле медицина һүҙлеге донъя күрә. Артабан уҡыусылары менән берлектә “Күҙ патологияһы атласы”на тотона. Күләмле йыйынтыҡ тотош Рәсәй буйынса тарала, ихтыяж ҙур булғас, 2013 йылда ҡабатлап нәшер ителә. Рус-инглиз телдәрендә донъя күргән китап сит илдәрҙә лә тарала.

– Бәхетле булғың килһә – бул, тиҙәр бит. Мин бәхетле, сөнки күп кенә уй-хыялдарымды ғәмәлгә ашыра алдым. Оло тормошта ябай ауыл малайына үҙ урынын табырға, бәлки, Хоҙай бүләк иткән уңышлы мәлдәр ҙә ярҙам­лашҡандыр. Нисек кенә тимәйек, ҡаҙа­ныштарым, уртаҡлашыр шатлыҡтарым нигеҙендә, тәү сиратта, оло тырышлыҡ ята, – ти 80 йәшен билдәләгән танылған академик. – Бөгөн күп уҡыусыларым Португалия, Австралия, Канада, Мексикала эшләй. Байтағы үҙебеҙҙең Рәсәйҙә, Башҡорт­останда шәхси клиникалар асты. Иң мөһиме – ике улым да минең юлымды һайланы.

Бөгөнгө медицина торошо, үҙ халҡы, ауылдар яҙмышына һис битараф булмаған уҙаман йәмғиәттәге матур үҙгәрештәргә һөйөнә. Кешеләрҙең аңында алға китеш бар. Элек ғәмһеҙ йөрөгән егеттәр хәҙер фермерлыҡ эшенә, кәсепселеккә тотондо, балаларын Мәскәүҙә, Санкт-Петербургта уҡыта. Йәмғиәттә, системала булған үҙгәрештәр менән беҙҙең фекерләү ҙә үҙгәрергә тейеш. Халҡыбыҙ шуны аңлаһа, тормо­шобоҙ алға китер, милләтебеҙҙе данлар шәхестәребеҙ артыр, ти ул.


Вернуться назад

Яндекс.Метрика