Файҙалана белмәгәс, ни фәтүә?11.02.2019
Файҙалана белмәгәс, ни фәтүә?Өфөлә төҙөлөш майҙандары буйлап рейдтар дауам итә. Граждандарҙы яҡлау идаралығы, Янғын һағы идаралығы һәм Өфөнөң йәмәғәтселек хәүефһеҙлеге үҙәге белгестәре рейд барышында янғын хәүефһеҙлеге ҡағиҙәләрен үтәү-үтәмәүҙе тикшерә.

Шулай уҡ төҙөлөш барған биләмәләрҙә төҙөүселәрҙең йәшәүе, төнөн ҡуна ҡалыуы мәсьәләһе иғтибар үҙәгендә булды. Ысынлап та, ҡуна ҡалғандар асыҡланманы. Ә бына уларҙың көнкүреш биналарында янғын хәүефһеҙлеге ҡағиҙәләре боҙолоуы күренде. Иҫке йылытҡыстар еңел янып китә торған сүп-сар янында урынлашҡан, үҙ ҡулдары менән эшләгән йылытҡыстар булыуы хәүеф менән янай.

Шулай уҡ янғын һүндергестәр һәр майҙансыҡта ла булмай сыҡты. Булған хәлдә лә эшселәрҙең уның менән файҙалана белмәүе асыҡланды.
Барлығы йыл башынан ошондай 31 рейд ойошторолған, 62 төҙөлөш майҙансығы ҡаралған.


Вернуться назад

Яндекс.Метрика