Йорт советы ағзаларына льгота булырмы?11.02.2019
Йорт советы ағзаларына льгота булырмы?“Берҙәм Рәсәй” партияһының “Грамоталы ҡулланыусы мәктәбе” проекты әүҙемселәре башлыса пенсионерҙарҙан торған күп фатирлы йорттар советы ағзаларын страховка взностарын түләүҙән азат итеүсе льготниктар исемлегенә индереүҙе талап итмәксе.

Төбәктәрҙә совет ағзаларын Һалым хеҙмәтенә саҡырыу ғәмәлгә индерелә башланы. Ни өсөн тигәндә, уларға йортта йәшәгәндәр үҙ теләге менән аҡса түләй. Торлаҡ кодексына ярашлы, был законлы. Әммә Һалым хеҙмәте килемгә 13 процент һалымдан тыш, тағы 30,2 процент кимәлендә страховка взносы түләүҙе лә талап итә. Был эшләнмәһә – ҙур штрафтар янай.

Йорт советы рәйестәренең күпселеге – пенсонерҙар. Һәм страховка взносы түләү сәбәпле улар пенсияларының индексацияланыуынан ҡолаҡ ҡаға. Шуға күрә уларҙы льготниктар исемлегенә индереү – яҡшы башланғыс, тип иҫәпләй партия ағзалары.




Вернуться назад

Яндекс.Метрика