Бына һиңә әхирәт!11.02.2019
Стәрлетамаҡ ҡалаһында була был хәл. 34 йәшлек ҡатын фатирына әхирәттәрен саҡырып, байрам итәләр. Ҡунаҡтары ҡайтып киткәс, хужабикә фатирында 20 мең һум аҡсаһы юғалыуын һиҙеп ҡала һәм полицияға кем урларға мөмкинлеге хаҡында хәбәр итә.

Инспекторҙар тикшерә башлай. Улар аҡсаға ҡатындың бөтөнләй икенсе ҡунағы “май” һөрткәнен белгәс, хужабикә үҙе лә аптырап ҡала, сөнки был әхирәте урлашыр тип ул башына ла килтермәй.

Еңел табышҡа ҡыуанып бөтә алмаған ҡатын юл ыңғайы уҡ улына ҡыйбатлы телефон ала. Уғрыға быға тиклем наркотик менән шаярғаны өсөн енәйәт эше ҡуҙғатылған булған. "Ышаныслы әхирәткә" тикшереү эше бөткәнсе йортонан сығыу тыйылған.




Вернуться назад

Яндекс.Метрика