Путиндан да ҡотлау бар11.02.2019
Бөйөк Ватан һуғышы ветераны Нәжми Ғилметдин улы Имаев 95 йәшен билдәләне. Саҡмағоштар яугир һәм хеҙмәт ветеранын иҫтәлекле көн менән ҡотлап, уға һаулыҡ, тыныс тормош теләне.

Саҡмағош ауыл Советы башлығы вазифаһын башҡарыусы Фаил Ишморатов, ветерандарҙың район Советы рәйесе Эдгар Еникеев юбилярҙы тыуған көнө менән йортона барып ҡотланы. Нәжми Ғилметдин улына Рәсәй Президенты В.В. Путиндың ҡотлау хаты һәм бүләк тапшырылды.

1942 йылдан алып 1947 йылға тиклем хәрби хеҙмәт юлында өс тапҡыр яраланған, “Батырлыҡ өсөн”, “Кенигсбергты алған өсөн” миҙалдары менән наградланған яугир тыныс тормошта ла һынатмай. Уның 40 йылдан ашыу хеҙмәт стажы бар.




Вернуться назад

Яндекс.Метрика