Телевизорығыҙ күрһәтәме?11.02.2019
Телевизорығыҙ күрһәтәме?Республика етәксеһе Радий Хәбировтың ҡушыуы буйынса, Башҡортостанда халыҡтың һанлы телевидение алғысын һатып алыуға киткән аҡсаларын ҡаплаясаҡтар һәм һанлы телесигнал булмаған зоналарҙа спутник антенналарын ҡуясаҡтар. Бушлай “тәрилкә” ҡуйыуҙарын һорап беренсе булып Нуриман районы кешеләре мөрәжәғәт иткән.

“Спутниклы алғыстарҙы ҡуйыуҙа дәүләт ярҙамын һанлы эфир барып етмәгән төбәк кешеләре аласаҡ. Бындайҙар исемлеге РТРС сайтында баҫылған. Ярҙам граждандарҙың ике категорияһына күрһәтеләсәк: пенсияһына федераль социаль өҫтәмә түләү алған пенсионерҙарға һәм балаһына айлыҡ пособие килгән аҙ тәьмин ителгән ғаиләләргә. Ярҙам алыу өсөн кәрәкле документтар йыйыу зарур. Мәсьәләне тиҙләтеү өсөн һәр төбәктә яуаплы кешеләр ҡуйыласаҡ”, – тине БР Матбуғат һәм киң мәғлүмәт саралары агентлығы етәксеһе Борис Мелкоедов.




Вернуться назад

Яндекс.Метрика