Быйма кейеп... ҡышты оҙаттыҡ09.03.2019
Йылы һәм йомшаҡ быймаларҙы күптәр бала саҡта кейеп үҫкәндер, моғайын. Әле лә сифатлы аяҡ кейеменә ихтыяж ҙур: кесеһе лә, олоһо ла яратып кейә уны. Ә бына сибайҙар икенсе йыл рәттән “Ҡышты оҙатыу” оҙатыу менән бер рәттән Быйма байрамы үткәрә.

Ҡаланың физкультура һәм спорт комитеты рәйесе Фәнил Әминев әйтеүенсә, сараның тәүге шарттарының береһе – быйма кейеп килеү һәм ярыштарҙа ҡатнашыу.

– Байрамды икенсе тапҡыр үткәрәбеҙ, уны халыҡ яратып ҡабул итте. Быйма кейеп хоккей, волейбол уйнайбыҙ, арҡан тартышабыҙ. Халыҡ бер юлы тәмле ҡоймаҡтар менән һыйланып, “Ҡышты оҙатыу” байрамын үткәрә, башҡа спорт саралары ла ойошторола, – ти ул.

Үҙенсәлекле, йылы, уңайлы аяҡ кейеменә дан йырлаусылар, быйма күргәҙмәһе эшләүселәр, ошо шөғөл оҫталары бер майҙанға йыйылды. Кемдер тәү ҡарашҡа ябай күренгән аяҡ кейеменең төрлөлөгөнә, уға яһалған биҙәктәргә хайран ҡалһа, икенселәр, киләһе ҡыштың ҡаты булырын фаразлап, әле үк йомшаҡ, йылы быйма алып ҡыуанды.

Шарт буйынса, байрамда ҡатнашыусылар мини-футбол, хоккей, арҡан тартыу һ.б. уйындарҙа ҡатнашты. Төп һәм иң ҡыҙыҡ өлөш алыҫлыҡҡа быйма ырғытыу булды. Унда көсөн һынап ҡарарға теләгәндәр бихисап ине. Быйма ырғытып, йылы һәм йомшаҡ аяҡ кейемен бүләккә алырға теләүселәр күп ине. Тәүҙә – балалар, унан – ҡатын-ҡыҙ, артабан – ир-егет... Һөҙөмтәлә, 24,4 метр алыҫлыҡта быйма ырғытып, Сибайҙың Таусылар ҡасабаһында йәшәгән Дим Мөхәмәтшин еңеүсе тип танылды. Уға шәхси эшҡыуар Венера Бикованан өр-яңы быйма бүләккә тапшырылды.

Байрамда ҡаланың төрлө ойошма-предприятиелары, уҡыу йорттары, балалар баҡсалары коллективтары ойошторған бай күргәҙмәләр һоҡландырҙы, хакимиәттең мәҙәниәт бүлеге тарафынан әҙәерләнгән сағыу концерт һәр кемгә байрам кәйефе бүләк итте.


Вернуться назад

Яндекс.Метрика