Ҡояшҡа ҡарай...17.03.2019
Ҡояшҡа ҡарай...Йәрминкә мәлендә ҡара тәнле бәләкәй малай өрөп тултырылған шарҙар һатыусыны ҡыҙыҡһынып күҙәтә икән.

Был кеше изге күңелле булғандыр: бәләкәсте ҡыуандырыу ниәтендә ҙур ҡыҙыл шарҙы осороп ебәргән. Унан зәңгәр, һары, аҡ төҫтәгеләр ҙә һауаға күтәрелгән.

Малай ҡара шарға оҙаҡ ҡарап торған да:

– Ағай, уны ла күккә осорорға мөмкинме? Ҡара шар ҡояшҡа ҡарай күтәрелә алырмы? – тип һораған.

Һатыусы йылмайған да теге шарҙы осороп ебәргән:

– Эш төҫтә түгел, туғаным. Шарҙы эсендәгеһе күтәрә. Кешене лә төҫө түгел, ә изге күңеле, яҡты уй-теләктәре күккә ашырыр, ҡояш нурҙарына солғар.


Вернуться назад

Яндекс.Метрика