Картала ҡалырһыңмы, Баҡый?01.08.2012
Картала ҡалырһыңмы, Баҡый?Тау башҡорттары йыйыны

* * *
Етенсе быуын хаҡында кәлимә... Ике йөҙ йыл дауамында шәшке-ҡамаға, бәрҙе-бағрыға бай Бәләкәй Шишәнәк буйлап һигеҙ саҡрым өҫтәрәк, Бәштин менән Ҡапыу итәктәре араһында, Ирмәк ауылы булған. Тора-бара ирмәктәр, мәҫәлән, ағай-энеле Ҡарабай менән Һарыбай заттары Еҙемгә яҡыныраҡ, йәғни хәҙерге Баҡый ҡышлауына күсенгән, ә хозур Ирмәк ултырышы йәйләүгә әйләнә. Ундағы нигеҙҙәр, зыярат әле лә һәйбәт шәйләнә. Хәҙер бында — сабынлыҡ. Бирерәк ике йәйенке туғай — Һыртлан, Көсөкәй — Ирмәктең уландарын иҫләтә.
Ирмәк батырҙың Ҡапыу-Айры, Ҡолғона старшиналары менән бергәләп ырыу тупрағына суйын иретеү заводы һалдыртмаҫ өсөн ҡырталашҡаны тураһында урыҫ крайсылары мәҡәләләрендә лә мәғлүмәттәр осрай. Иң мөһиме, тау башҡорттары капиталистарҙан ерҙәрен тәләфләтмәй! Йәнә улар үҙ биләмәләренә ят бауырҙарҙы еректереп тә, өҫтәүенә, сит ырыуҙар менән ғаилә ҡороп та бармаған. Һөҙөмтәлә ҡыпсаҡлыҡ рухы, һөйләштәре саф килеш һаҡлана. Ноғман Мусин әҫәрҙәрендә тел байлығы ла шунан һутланалыр, тим.
Студент сағымда Абдрахман олатайҙың энеһе, сәсән-йыраусы элекке стахановсы, көрәшсе Муса бабайымдан (1903–1987) магнитофонға байтаҡ риүәйәттәр, йырҙар, һынамыштар яҙҙырғайным; ун бер бала тәрбиәләп үҫтергән мулланың фекерҙәрендә, минеңсә, фәһем буйтым:
“Ирмәк олатабыҙ Әүжәнский ише зауыт ҡормаһындар тип ат менгән дә сапҡан, ат менгән дә сапҡан...
Элек кирәйҙәр хөрт йәшәмәгән, ярлыһы ла, ҡустыһы ла (ялсы, батрак) шыпа атһыҙ булмай. Ялҡау бәндә генә солоҡ уймаған, мал аҫрамаған.
Егерменсе йылмы, биш-алты әрмисен эйәртеп, командир Муса Мортазин килде ауыл осона. Юрғаһы бейеп кенә тора! Әйтте, аҙаш, яҙыл әтрәткә, тине. Сатан да һуң мин, эшкинмәм, тип ҡыйыш уңалған үксәмде күрһәттем, аптырағас. Ә Абдрахман ағайым Маҡар яғында айҡашҡан Әхмәтзәкигә (Вәлидигә) ҡырҡ тай өйөрөн апарҙы, үҙен күреп, маҡталып ҡайтты. Аҙағыраҡ красныйҙар, ярты ауылды үртәп, малды, бал-майҙы талап олаҡты.
...Сабатаны һирәк кейҙеләр борон. Ыҙмаларҙы сыуал йылытты, сыра яҡтыртты. Элек ҡымыҙлыҡ туйы тигән йола булды. Алдан хәбәрләшәбеҙ ҙә, төрлө ауылдан ул-был яланға барып, ҡымыҙлыҡ йыябыҙ, яндауҙан әскелт бал йотоп, күңел асабыҙ, ҡыҙ күҙләйбеҙ. Борон шыуман егеп тә йөрөгәндәр шырлыҡтан. Төбө дуғаланып үҫкән бөтөн сауҡаны тәртә һымаҡ әрсеп, бейек кенә ултырмаһына ҡабыҡ оя сырмағандар. Бер байғош кәләш апҡайтып үәт әй — ғәйеп кәләш кенәһе! Йәшенгән, мут нәмә, төшөп ҡалған да... Ҡабыҡтың уйымы булған, ти, алдан уҡ. Тишек шыуманға ултырма, тигән ырым шунан ҡалған инде. Солоҡ уйырға эйәрттеләр малай сағымда. Ҡыуыштан ҡарап ятам: атайым менде ҡарағайға, осон тумырып ауҙарҙы ла, шунда баҫып, күс ҡун, тип өс тапҡыр ҡот теләне. Ике ҡулын ҡорт ҡанаты һымаҡ һелтәкләүен әйт. Осон ҡырҡһаң, ҡарағай буйға артыҡ һонолмай, йыуаныраҡ үҫә. Эсен киңерәк соҡорға ла йәтеш.
Һәр ауылдың мәсете бар ине. Тимер сөй ҡаҡмай һалдылар. Хәлле егеттәр ҡыш ятып Үтәк мәҙрәсәһендә уҡыны. Туранан йөҙ саҡрыммы... Йөҙгә яҡын өрлөктәй ирҙәр Картала ҡалырһыңмы, Баҡый?Баҡый, Норош, Хәйбулла ауылдарынан киткәйне фронтҡа, утыҙлабы ғына ҡайтты. Үҙем трудәрмелә көн һайын ике норма әрҙәнә өйҙөм. Миҙал таҡтылар...
Беҙҙән һәр һуғышҡа атты, эй, күп алдылар! Ҡоҙам Әбсәләмов Абдрахман генерал Шайморатов менән бергә дөмбәҫләгән ниместе. Капитан ине...”
Ысынлап та, бәләкәй саҡта яугир өйөндә уның улы менән ал таҫмаға тағылған орден-миҙалдарын уйната, яҙыуҙарын уҡып маташа торғайныҡ. Фронтта офицер разведка ротаһында оло батырлыҡтар күрһәтә. Әхтәм Ихсандың “Саҡма тояҡ аттарҙа” китабында телгә алынған иң тәүге фамилия — уныҡы.
Ҡорҙа тыуыуына 100 йыл тулыу айҡанлы район-ҡалала башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусылары өсөн Зөбәй Үтәғолов исемендәге махсус премия булдырыу тәҡдиме әйтелде. Тыуған йорто етмеш йыл буйы совет мәктәбе булып хеҙмәт иткән, үҙе Ростов өлкәһенең совет мәктәбендә өс көн буйы фашистарҙы ҡыра-ҡыра янып үлгән ҡаһарман быға һүҙһеҙ лайыҡ. Әйткәндәй, утыҙ йыл элгәре “Совет Башҡортостаны” гәзите бындай премияны республика ҡоласында ойоштороуҙы юллағайны, тик мәсьәлә мәғариф чиновниктарының битарафлығы арҡаһында ғына хәл ителмәне.

* * *
Баҡый атамаһын ҡылыҡһырлаһаҡ, фаразым икәү. Беренсеһе. Юрматыларға һәм ҡыпсаҡтарға урыҫ батшалығынан аҫабалыҡ ярлығын алып ҡайтҡан Тәтегәстең (атаҡлы бей йәш батша Иван Грозныйҙың Аҙау диңгеҙе — Кавказ яғында түрәлек ҡылған ҡайныһы Тәмрүк кенәз менән хатлашҡан һәм башҡорттарҙы урыҫ батшалығына ҡушылырға өндәгән) писары Баҡый — эре ҡыпсаҡ феодалы вә ҙур уҡымлы мосолман руханийы — юрматы, өлөшләтә ҡыпсаҡ ерҙәрен түбәләргә бүлеү сиктәрен шәхсән яҙа һәм үҙ вариҫтарына йәнлеккә, солоҡҡа бай тау араларын улья рәүешендә беркетеүе ихтимал. Икенсеһе. Француз яуынан һирәгәйеп ҡайтҡан яугирҙәр, бигерәк тә поход чиндарына Ырымбур хәрби губернаторы тарафынан тарау ауылдарҙы, ҡышлауҙарҙы командаларға берләштерергә, картуф, иген сәсергә фарман бирелә. Уйлауымса, күрше-тирә ауылдарҙың бер үк йылда — 1835-тә яңы мисәт менән рәүиздәргә теркәлеүе һуңғы фаразды нығыраҡ ҡеүәтләй.
Хәйбулла (Һаралы) ярайһы алыҫ Ташбүкән (хәҙерге Ғафури районы) менән ер-һыу буйынса ҡуртымға алыш-бирешле булған, шуға ике ауыл араһында ҡәрҙәшлек, ҡоҙа-ҡоҙағыйлыҡ оҙаҡ өҙөлмәгән. Өҫтәүенә, баяғы рәүиздә Түбәнге Ташбүкән менән Хәйбулла топонимдары араһындағы бәйләнеш төйөнө лә бар.
Ғәжәп йәмле, өләсәм Баҡыйҙан килен булып төшкән төйәк, ололар һөйләүенсә, боронораҡ Бешәлек тип йөрөтөлгән, унда ырыу түрәләре, әүлиә заттар, Мәҡсүт, уның вариҫы Вәли ише (әсәм яҡлап олатайҙар) күп уллы-ҡыҙлы, хәлле уҙамандар ғүмер кисергән. Вәли олатайҙың көр аттары Эстәрле баҙарында харап үтемле һаналғаны мәғлүм. Репрессия йылдарында өс ҡыҫҡа, төҙ генә урамлы ауылдан 1937 йылда ун ике мыҡты ир ғәйепһеҙ-ниһеҙ лагерҙарға һөрөлә, коммунист Ғилман олатайым иһә, троцкизмда, вәлидовсылыҡта нахаҡҡа ғәйепләнеп, Белорет төрмәһендә атыла.
...1921 йыл. Зәки Вәлидиҙең ҡарындашы Сара Вәлидова Көҙәндән Һаралыға “яҡшы атта” кейәүгә оҙатыла, ошо ауылда тәпәй баҫҡан Камил Абдрахман улы Вәлиев һоҡланғыс үҙешмәкәр йырсы, БДУ-ның физика буйынса абруйлы профессоры ине. Был хаҡта һеңлеһе Нурия апай Ҡолмөхәмәтова баҫмаға әҙерләгән, Сара инәйебеҙ үҙ ҡулы менән яҙған хәтирәләр ифрат ҡиммәтле. (“Әсәйемдең иҫтәлектәренән”, “Башҡортостан” гәзите, 2011 йылдың 29–30 март һандары).
Әйткәндәй, байрамда Һаралынан Вәлиевтәр шәжәрәһе иң “япраҡлы” һәм теүәл, ә Баҡыйҙан Шәриповтарҙыҡы иң оҙоно тип табылды, Ишмырҙиндар, Әминевтәр, Аллаяровтарҙың нәҫел ағастары ла һәйбәт баһаланды.
Йыйындан һуң һаралылар — етмешләп мосафир һигеҙ генә мөрйәле йәнтөйәктәренә ашыҡты. Ҡоҙғонташ сәхрәһенә ҡаҙан аҫып, берсә дәртле, берсә һағышлы көй һуҙғандар. Йыр-моңға ай-һай әүәҫтәр шул. Ә Баҡыйҙың биш ҡырсынында зат-зәүерҙәр яҡҡан усаҡтар дөрләне, гармундар зыңраны. Иртәсел, томанһыу таңға хәтлем.

* * *
Картала ҡалырһыңмы, Баҡый?Ырыуҙың III йыйыны, аймаҡтың ҡор башы, элекке Белорет металлургы, бөгөнгө эшҡыуар Булат Янбаев тәҡдименә ярашлы, бик тә боронғо, тәбиғәте артыҡ тәләфләнмәгән егерме генә өйлө Өмөтбайҙа — Тау Мүскәһендә 2013 йылда үтәсәк. Бында Нөгөш сығанағы аша Бөрйән районы сиге лә сағыштырмаса яҡын. Мәғлүм ки, даланлы вә данлы ҡарағай-ҡыпсаҡтар ҡасандыр кирәй-ҡыпсаҡтарҙан тамырланған. Тимәк, бөткән, карталарҙан юйылған ауыл-утарҙар, йәйләү-ҡышлауҙар һәм онотолған зыяраттарға атамалары дөрөҫ яҙылған алтаҡталар беркетеү, ҡурсаулыҡ йә парк, һис юғы һунар хужалыҡтары, заказниктар асыуҙы юллау, инеш-шишмәләрҙе кәртәләү эше дауам итергә тейеш. Юҡһа, Күкҡашҡа йылғаһының Кукашка тип йөрөтөлөүен кемгә нисек аңлатмаҡ кәрәк? Ырыу тарихын, төбәктәге ауыл йылъяҙмаларын тәрәнерәк өйрәнергә, тау ҡыпсаҡтары йәшәгән ырыуҙың Ҡолғоналамы йә Баҡыйҙамы тарихи-мәҙәни бүлмәһен ойошторорға бурыслыбыҙ. Иң оҙон шәжәрәгә конкурс иғлан ителәсәк.
Кисәгене белеү — киләсәкте ҡайғыртыуға күпер ул. Салауат Хәмиҙуллин, Рәфил Аҫылғужин, Юлдаш Йосопов кеүек йәш журналистарға, ғалимдарға һәм тикшеренеүселәргә рәхмәт инде. Башҡорт ырыуҙары этногенезын яңыса, бик тәрән һәм дәлилле байҡауға, шул иҫәптән кирәй-ҡыпсаҡтар яҙмышын ғилми өйрәнеүгә ижади көстәрен ҡыҙғанмайҙар. Күҙ теймәһен — Башҡортостан Юлдаш телевидениеһында улар эфирға сығарған “Башҡорттар” программаһын мең-мең тамашасы ҡарай, матбуғаттағы мәҡәләләрен, брошюраларын бихисап илһөйәр мауығып уҡый. Һөҙөмтәлә һуңғы ике йыл эсендә генә лә уҙған быуат аҙағында ныҡ һүлпәнәйгән ырыуҙар хәрәкәтенең ҡабат теремекләнә барыуы һөйөндөрә. Ана, табындар өлгөр, ҡатайҙар, ҡаңлылар ҡайһылай әүҙем, юрматылар йылдам, меңлеләр ҙә дәррәү. Ижтимағи хәрәкәттең дөйөм милли мәнфәғәттәргә хеҙмәт итеүе насармы ни?! Түгел!
(Аҙағы. Башы 148-се һанда).
Сабир ШӘРИПОВ.


Вернуться назад

Яндекс.Метрика