Вконтакте facebook facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
№ 110 (27512) 25 сентябрь 2018 йыл
“Башҡортостан” гәзитенең 25 сентябрь һанына күҙәтеү

Бөгөнгө һандың 1-се битендә республика Башлығының Октябрьский ҡалаһына эш сәфәре яҡтыртылған, III Евразия гуманитар форумынан репортаж бирелгән.

2-се биттә республика яңылыҡтары, Башҡортостандың халыҡ шағиры Мостай Кәримдең хәтер кисәһе хаҡында яҙма урын алған.

3-сө биттә Башҡортостанда барған Ғаилә йылына арналған редакцияла уҙған “түңәрәк өҫтәл” ултырышынан репортаж баҫылып сыҡҡан.

4-се биттәге яҙмаларҙың темаһы – иҡтисад. Төп мәҡәләлә “Башҡортостанда һөт тармағы үҫеше” дәүләт программаһы ҡабул ителеүе хәбәр ителгән. Шулай уҡ риэлтор эшмәкәрлегенең нескәлектәре тураһында һүрәтләмә баҫылған.

5-се биттә публицист Сәлимйән Бәҙретдиновтың журналист һөнәре хаҡында “Ғәҙеллек илсеһе” тигән күләмле яҙмаһы донъя күргән.

6-сы биттәге “Ир-азамат – көслө зат” тупланмаһында Әбйәлил, Сибай, Йәрмәкәй яҡтарынан аҫыл ир-егеттәр менән таныштырғандар.

7-се биттә Күгәрсен, Шишмә, Белорет, Салауат һәм башҡа райондарҙа йәшәгән гәзит уҡыусыларҙан килгән хаттар донъя күргән.

8-се биттәге “Гөлнәзирә” махсус сығарылышы гүзәл заттарға тәғәйенләнеп, унда мосолман халҡында сәс тәрбиәләү үҙенсәлектәре, тәбиғәт биргән дауа саралары, аш-һыуға бәйле серҙәр һөйләнелгән.

Күҙәтеүҙе Гөлдәр Бүләкбаева әҙерләне.