Вконтакте facebook facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
№ 112 (27514) 28 сентябрь 2018 йыл
“Башҡортостан” гәзитенең 28 сентябрь һанына күҙәтеү.

Бөгөнгө йома һанының 1-се битендәге геройҙы кем таныр икән? Социалистик Хеҙмәт Геройы Шәүәли Вахитов тураһындағы мәҡәләне 1-5-се биттәрҙә уҡырһығыҙ.

2-се биттә республиканың 100 йыллыҡ юбилейына арналған марафон сиктәрендә Өфөлә уҙған Борай районы вәкилдәренең сығышынан репортаж, ошонда уҡ пенсия ҡануниәтенә үҙгәрештәр хаҡында һуңғы яңылыҡтар бирелгән.

3-сө биттәге яҙмалар ауыл хужалығы, газ үткәреү, ватансылыҡ темаларына.

4-5-се биттәрҙәге мәҡәләләр Халыҡ-ара оло йәштәгеләр көнөнә бағышланған.

6-сы биттә көнүҙәк мәсьәлә – спиртлы эсемлектәрҙән ағыуланыу проблемаһы күтәрелгән.

7-се биттәге “Телгенәм-бергенәм” рубрикаһында милли матбуғатҡа яҙылыу барышы, Силәбе башҡорттарының көнитмеше сағылдырылған.

8-9-сы биттәрҙә ғалим Зәкирйән Әминев менән башҡорт тарихы хаҡында бик фәһемле күләмле әңгәмә баҫылып сыҡҡан.

10-сы биттә бер төркөм гәзит уҡыусыларҙың шиғри күстәнәстәре донъя күргән.

11-се биттәге “Йома һайын ошо урында” рубрикаһында Пермь башҡорто Айнан Мөхәммәт Сафаның аяныслы яҙмышы һүрәтләнгән.

12-се биттә заман электрон техникаһының зыяны тураһында мәҡәлә баҫылып сыҡҡан, 13-сөлә тормош күренештәренән ғибрәтле яҙма тәҡдим ителгән.

14-се биттә киләһе аҙнаға телевидение программаһы бирелгән.15-се биттә – “Иман” махсус бите, 16-сыла Бөрйән районынан Ғаилә йылына арналған мәҡәлә донъя күргән, яңы китап сығыуы һөйөнсөләнгән.




Комментарий өҫтәргә