Вконтакте facebook facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
№ 113 (27515) 2 октябрь 2018 йыл
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтайға һайлауҙар үтте. Ошо көндәрҙә парламенттың тәүге ултырышы булды: команда тупланды, маҡсаттар билдәләнде. Ҡоролтайҙың Рәйесе кем?

Комитеттарға кемдәр етәкселек итәсәк? Уларҙың урынбаҫарҙары итеп кемдәр тәғәйенләнгән? “Башҡортостан” гәзитенең бөгөнгө һаны ошо яңылыҡтар менән асыла.

2-се бит хеҙмәт баҙарындағы хәлдәргә ҡағыла. “Эш хаҡына ҡарап һайларғамы, күңелгә оҡшағанынмы?” тип аталған мәҡәлә нәҡ ошо тармаҡтағы мәсьәләләргә асыҡлыҡ индерә.

“Һапаштарға килһәң... айнығып кил” исемле мәҡәлә геройҙары менән гәзиттең 3-сө битендә танышырға мөмкин. Күгәрсен районындағы был ауыл халҡының тормошонан хатта Алтай крайы ла көнләшә, тиҙәр. Тәжрибә уртаҡлашырға килергә йыйыналар икән. Ә эш нимәлә һуң? Яуабын — бөгөнгө һанда эҙләгеҙ.

Бөгөнгө һанда шулай уҡ ғалим Зиннур Нурғәлиндың, шағирә Миңлегөл Хисамованың матур юбилейҙары айҡанлы мәҡәләләр донъя күрҙе.

һылтанмалар



Комментарий өҫтәргә