Вконтакте facebook facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
№ 114 (27516) 3 октябрь 2018 йыл
“Башҡортостан” гәзитенең 3 октябрь һанына күҙәтеү.

Бөгөнгө һандың 1-се битендә Башҡортостандың мәғариф министры Гөлназ Шафиҡованың республиканың һәләтле балалары менән осрашыуынан репортаж бирелгән. Сираттағы яҙмала Бүздәк сөгөлдөрсөләренең быйылғы уңышы барланған.

2-се бит мәҡәләләрендә Күгәрсен районында – еңел сәнәғәттең, Салауат районында балыҡсылыҡтың үҫеше хәбәр ителгән. “Хеҙмәт кешеһе” рубрикаһында Өфөләге торлаҡ хужалығы хеҙмәткәре эше яҡтыртылған. Шулай уҡ был биттә республика төбәктәренән, атап әйткәндә, Әбйәлил, Нуриман, Стәрлетамаҡ һәм башҡа райондарҙан, килгән яңылыҡтар урын алған.

3-сө биттә иғтибар үҙәгендә – Көйөргәҙе районы. Махсус сығарылышта төбәк етәксеһе менән ҡоролған әңгәмә тәҡдим ителгән, психоневрология интернаты тормошо, ҡалдыҡ һыу таҙартыу ҡоролмаһын киңәйтеү һәм үҙгәртеп ҡороу эше яҡтыртылған.

4-се биттә – “Мөхәббәт баҡсаһы” махсус сығарылышы. Унда был юлы айыҡ туй үткәреү, тәүге һөйөүҙең онотолмауы, йәшләй ғаилә ҡороу темалары күтәрелгән.

һылтанмалар