Вконтакте facebook facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
№ 115 (27517) 5 октябрь, 2018 йыл
“Башҡортостан” гәзитенең 5 октябрь һанына күҙәтеү.

Бөгөн - уҡытыусылар көнө. Ошо уңайҙан “Башҡортостан” гәзтенең бөгөнгө һаны тулыһынса тиерлек мәғариф тармағына арналды. Тәжрибәле уҡытыусылар, был тармаҡҡа ҡағылышлы көн үҙәк проблемалар, ошо көндәрҙә сафҡа инәсәк мәктәптәр — быларҙың барыһы хаҡында ла “Мәғариф” махсус битендә уҡығыҙ.

“Йәшәгән еребеҙ хәүефһеҙ булһын” исемле мәҡәлә лә гәзит уҡыусыларыбыҙҙың иғтибарынан ситтә ҡалмаҫ, моғайын. Әйткәндәй, киләһе йылдың 1 ғинуарынан коммуналь хеҙмәттәр квитанцияһында яңы пункт барлыҡҡа киләсәк. Ниндәй пунк был? Өҫтәмә түләү нимә өсөн ҡаралған? Ошолар хаҡында 5-се биттә уҡығыҙ.

“Башҡортостан – 24” каналы яңыраҡ булдырылды. Хәйер, ул, замана талабы булып, үҙенән-үҙе федераль канал эсендә Рәсәйҙә тәүгеләр рәтендә халыҡ хөкөмөнә сыҡты. Ҡыҙыҡлы әңгәмәләр, үҙенсәлекле тапшырыуҙары менән был канал телевизор ҡараусылар араһында киң популярлыҡ яулай бара. Был аңлашыла ла: унда милли программаларҙы телевидение нескәлектәрен белгән генә түгел, халҡыбыҙҙың асылын ауылдарында, ҡалаларҙа күреп үҫкән ҡыҙҙар һәм егеттәр әҙерләй. Канал менән яҡынданыраҡ уның етәксеһе Рәмзит АБУЛӘЕВ таныштыра.




Комментарий өҫтәргә