Вконтакте facebook facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
№ 117 (27519) 10 октябрь 2018 йыл

“Башҡортостан” гәзитенең 10 октябрь һанына күҙәтеү

“Башҡортостан” гәзитенең байрам һаны тарихи шаңдауҙарҙан башлап бөгөнгө йәшәйешебеҙгә саҡлы матур бер сәхифә бүләк итә. Республиканың бөгөнгө ҡаҙаныштары, еңеүҙәре, социаль-иҡтисади хәле, мәғариф, мәҙәниәт, ауыл хужалығы, урман сәнәғәте, туризм өлкәһендәге үҫештәре — барыһы ла бөгөнгө һанда. Ғөмүмән, республикабыҙ бер быуатлыҡ юбилейына нисек әҙерләнә? “Апимондия” халыҡ-ара конгресына әҙерлек ниндәй кимәлдә? Байрам уңайынан Башҡортостанда тағы ниндәй социаль объекттар төҙөләсәк? Барыһы тураһында Римма Солтанованың “Кисә. Бөгөн. Иртәгә” материалында.

Тарихһыҙ киләсәк юҡ. Был һанда Әхмәтзәки Вәлиди, Шәйехзада Бабич, Муса Мортазин эҙҙәрен һаҡлаған Темәс тарих һәм тыуған яҡты өйрәнеү музыйы менән яҡындан танышырға мөмкин. Башҡортостан гербы авторы Фазлетдин Ислахов тураһындағы хәтирәләр ҙә гәзит уҡыусыларыбыҙҙың күңеленә хуш килер.

Гәзиттең һуңғы бите иһә тулыһынса республикабыҙҙа ғүмер иткән милләттәргә арналды. Удмурт, немец, татар, урыҫ, тажик, йәһүд дуҫтарыбыҙҙың көнитмеше хаҡында “Башҡортостан — дуҫлыҡ иле, һәр милләт — уның гөлө” мәҡәләһендә.

һылтанмалар