Вконтакте facebook facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
№ 118 (27520) 2018 йыл, 12 октябрь, йома
“Башҡортостан” гәзитенең 12 октябрь һанына күҙәтеү.

Бөгөнгө һандың 1-се битендә Республика көнө алдынан бер төркөм хеҙмәт алдынғыларына дәүләт наградалары тапшырыу тантанаһынан репортаж бирелгән. 2-се биттә байрам саралары яҡтыртылыуы дауам иткән.

3-сөлә Учалы районынан килгән 15 октябрҙә билдәләнәсәк Ауыл ҡатын-ҡыҙҙары көнөнә бағышланған мәҡәлә донъя күргән.

4-5-се биттәрҙә Саҡмағош һәм Тәтешле төбәктәренең ауыл эшсәндәре тормошо тураһында яҙмалар донъя күргән.

6-сы биттәге мәҡәләләр сәләмәтлеккә арналған. Уларҙың геройҙары – Өфө һәм Көйөргәҙе райондарынан.

7-се биттә илебеҙҙә һанлы телевидениеға күсеүгә бәйле “Башҡортостан” телерадиокомпанияһы директоры Рөстәм Зәрәфетдинов менән әңгәмә баҫылып сыҡҡан.

8-9-сы биттәрҙә Ырымбур өлкәһендәге милләттәштәребеҙҙең көнитмеше тасуирланған, шул иҫәптән халыҡ сәсәне Мөхәмәтша Буранғоловҡа иҫтәлекле стела асыуы бәйән ителгән.

10-сы биттә ноябрҙә уҙасаҡ “Башҡортостан таланттары” конкурсы хаҡында хәбәр ителгән, әҙәбиәт һөйөүселәр өсөн хикәйә баҫылған.

11-се биттәге “Йома һайын ошо урында” рубрикаһындағы яҙма телсе ғалим Жәлил Кейекбаевҡа арналған.

12-се биттә йәш яҙыусы Айгиз Баймөхәмәтов тормоштан алынған ҡыҙыҡлы күренештәрҙән бер шәлкем тәҡдим иткән.

13-сө биттәге мәҡәләләрҙә Бөйөк Ватан һуғышы шаңдауы һүрәтләнгән.

14-се биттә киләһе аҙнаға телевидение программаһы баҫылып сыҡҡан.

15-се биттә “Иман” махсус битенең сираттағы сығарылышы.

16-сы биттә Өфөләге “Йәйғор” шифаханаһы тураһында һүрәтләмә донъя күргән.