Вконтакте facebook facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
№ 119 (27521) 16 октябрь 2018 йыл
“Башҡортостан” гәзитенең 16 октябрь һанына күҙәтеү.

“Башҡортостан” гәзитенең бөгөнгө һаны республиканың яңы етәксеһе – төбәк Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбировтың эшмәкәрлек башлауына бәйле яҙмалар менән асыла.

Артабанғы биттәрҙә иҡтисад, мәғариф, тарих, йәшәйеш, рухиәт биттәре урын алды. “Иҡтисад” махсус битендә, мәҫәлән, бөгөнгө үҙенсәлекле хеҙмәт – репетиторлыҡ – хаҡында һүҙ бара. Ул бөгөн ни яғы менән мөһим, йүнәлеште камиллаштырырға кәрәкме, белгестәрҙең фекере нисек – мәҡәләлә ошо һәм башҡа һорауҙарға яуап алырһығыҙ.

Тиҙҙән Баймаҡ районының Күсей мәктәбе бер быуатлыҡ юбилейын билдәләй. Уҡыу йортона нисек нигеҙ һалыныуы, уҡытыусыларҙың кемдәр булыуы һәм башҡалар хаҡында 5-се биттә яҙыусы Таңсулпан Ғарипованың “Беҙҙең Әсмә апайыбыҙ” тигән яҙмаһынан уҡып белерһегеҙ. Алтынсы биттә лә тарих темаһы дауам итә, шәхестәр хаҡында иҫтәлектәр урын алған.

Етенсе һәм һигеҙенсе биттәрҙә иһә бөгөнгө замандаштарыбыҙҙың көнкүреше, өлгө булыр ғаиләләр хаҡында бәйән ителә.

Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ: киләһе йылға матбуғат баҫмаларына яҙылыу дауам итә. “Башҡортостан” менән бергә булдыҡ, артабан да бергә ҡалайыҡ.

һылтанмалар