Вконтакте facebook facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
№ 121 (27523) 2018 йыл, 19 октябрь, йома

“Башҡортостан” гәзитенең 19 октябрь һанына күҙәтеү.

“Башҡортостан” гәзитенең бөгөнгө һаны олуғ әҙип Мостай Кәримдең тыуған көнө уңайынан йылы яҙмалар менән асыла. Яҙыусыға бәйле иҫтәлектәр 12-13-сө биттәрҙә дауам итә. Унда журналист Рәлис Ураҙғолов уҙған быуат аҙағында Мостафа Сафа улының йәш әҙиптәр менән осрашып, иҫтәлектәргә бирелгәне, кәңәш-тәҡдимдәр еткергәне хаҡында хәтирәләрен яҙа.

Бөгөн – Халыҡ-ара мәктәп китапханаһы, шулай уҡ Бөтә Рәсәй лицей уҡыусыһы көнө. Ошо уңайҙан өсөнсө биттә Хәйбулла районынан һәм Өфө ҡалаһынан яҙмалар урын алды. 21 октябрҙә иһә Юл хужалығы хеҙмәткәрҙәре көнө билдәләнә. Был датаға бәйле дүртенсе, бишенсе биттәрҙә “Башкирдортранспроект” предприятиеһы һәм “Дорожник” йәмғиәтенең эшмәкәрлеге менән танышырһығыҙ.

Артабан “Сәләмәт булайыҡ!”, “Хәлең нисек, ветеран?”, “Апимондия” халыҡ-ара конгресын ҡаршылап”, “Иман”, “Рухиәт” махсус биттәре урын алды. “Йома һайын ошо урында” рубрикаһында Социалистик Хеҙмәт Геройы Банат Батырованың яҙмышы бәйән ителә.

Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ: киләһе йылға матбуғат баҫмаларына яҙылыу дауам итә. “Башҡортостан” гәзитенә яҙылып, квитанцияһын редакцияға ебәргәндәрҙе төрлө бүләктәр көтә, араларында иң ҙуры – “Йәйғор” шифаханаһына ике путевка.

һылтанмалар