Вконтакте facebook facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
№ 123 (27525) 24 октябрь 2018 йыл


“Башҡортостан” гәзитенең 24 октябрь һанына күҙәтеү.

Мәғлүм булыуынса, төбәк етәксеһе Радий Хәбиров маршрут автобустары водителдәренә ҡарата талапты арттырыу бурысын ҡуйҙы. 1 декабргә тиклем ҡала эсендәге юлдарҙа хәл яйға һалынырға тейеш. “Башҡортостан” гәзитенең бөгөнгө һанындағы төп мәҡәләлә ошо хаҡта һүҙ бара, пассажирҙарҙың, эксперттың, ошо йүнәлештәге шәхси эшҡыуарҙың фекерҙәре бирелә.

Икенсе биттә Мәскәүҙә үткән “Алтын көҙ” агросәнәғәт күргәҙмәһе, унда республикабыҙ вәкилдәренең еңеү яулап ҡайтҡаны хаҡында һүҙ бара. Журналист Лариса Абдуллина, сараның шаһиты булараҡ, беҙҙең ауыл хужалығы тармағының эшмәкәрлегенә тәрән байҡау, өлкәләге хәл ителәһе мәсьәләләргә анализ яһай.

Ауыл хужалығы темаһы өсөнсө биттә лә дауам итә. Унда Тәтешле май заводының эшмәкәрлеге, халыҡ мәнфәғәтендәге хеҙмәте менән танышырһығыҙ. Ошо уҡ биттә Баймаҡтан ветеран-уҡытыусы Гөлсара Йәнтүринаның тормошо бәйән ителә, шулай уҡ табип, психолог кәңәштәре бирелә.

Дүртенсе биттә иһә Башҡорт дәүләт академия драма театры актеры Ирек Булатов менән ҡыҙыҡлы әңгәмә уҡырһығыҙ.

Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ: киләһе йылға матбуғат баҫмаларына яҙылыу дауам итә. “Башҡортостан” гәзитенә яҙылып, квитанцияһын редакцияға ебәргәндәрҙе төрлө бүләктәр көтә, араларында иң ҙуры – “Йәйғор” шифаханаһына ике путевка.




Комментарий өҫтәргә