Вконтакте facebook facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
№ 124 (27526) 2018 йыл, 26 октябрь, йома


“Башҡортостан” гәзитенең 26 октябрь һанына күҙәтеү.

Бөгөнгө һандың 1-се битендә республикала һаулыҡ һаҡлау өлкәһендәге проблемалар яҡтыртылған.

2-се биттә рәсми хәбәрҙәр, яңылыҡтар бирелгән.

3-сө биттә ШОС һәм БРИКС илдәре төбәктәрендәге бәләкәй һәм урта бизнесты үҫтереү мәсьәләләрен хәл итеү юлдары барланған.

4-се биттәге яҙмаларҙың төп темаһы – энергетика.

5-се биттә Башҡортостанда Башҡорт һәм туған телдәр уҡытыу ассоциацияһы төҙөлөүгә бәйле әңгәмә баҫылып сыҡҡан.

6-сы биттә Бөтә Союз Ленинсы Коммунистик Йәштәр Союзы төҙөлөүгә 100 йыл тулыу айҡанлы элекке комсомол эшмәкәренең хәтирәләре донъя күргән.

7-се биттәге яҙмалар – спорт темаһына.

8-9-сы биттәрҙә Ырымбур өлкәһендәге милләттәштәребеҙ тормошо сағылдырылған.

10-сы биттә Балтас һәм Күгәрсен райондарынан килгән һүрәтләмәләр баҫылған.

11-се биттәге “Йома һайын ошо урында” рубрикаһында был юлы Мостай Кәримгә бәйле иҫтәлектәр урын алған.

12-се биттә Әбйәлил районының Үтәгән ауылы ағинәйе тураһында күләмле яҙма донъя күргән.

13-сө биттә тормоштан алынған ғибрәтле, һабаҡ алырлыҡ хәлдәр бәйән ителгән.

14-се биттә киләһе аҙнаға телевидениеһы программаһы бирелгән.

15-се биттә “Иман” махсус бите урын алған.

16-сы биттә иһә Баймаҡ ҡалаһындағы әҙәби осрашыуҙан репортаж бирелгән, гәзит уҡыусылар иғтибарына кроссворд тәҡдим ителгән.




Комментарий өҫтәргә