Вконтакте facebook facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
№ 128 (27530) 6 ноябрь 2018 йыл


“Башҡортостан” гәзитенең 6 ноябрь һанына күҙәтеү.

Бөгөнгө һандың 1-2-се биттәрендә республикала уҙған Халыҡтар берҙәмлеге көнөнә арналған саралар, “УРАЛ” хәйриә фонды эшмәкәрлеге яҡтыртылған.

3-сө биттә иҡтисад мәсьәләләре күтәрелгән. Унда республикала сыр етештереү, халыҡҡа хеҙмәт күрһәтеү өлкәһендәге бәләкәй эшҡыуарлыҡ, урындағы башланғыстар тураһында тасуирланған.

4-се биттә “Ҡырағай мөхит” махсус битенең сираттағы сығарылышы донъя күргән. Был юлы ул бурһыҡҡа бағышланған.

5-се биттә Башҡортостан вәкиленең Көньяҡ Кореяға 32-се халыҡ-ара лидерлыҡ конференцияһына сәфәре барышы яҡтыртылған.

6-сы биттәге Дүртөйлө, Асҡын, Миәкә, Стәрлетамаҡ, Өфө яҡтары тормошон һүрәтләгән мәҡәләләр “Йәшәйеш” исеме аҫтында берләштерелгән.

7-се бит гәзит уҡыусыларҙың хаттарынан тупланған. Хәбәрҙәр Әбйәлил, Көйөргәҙе, Йылайыр, Өфө тарафтарынан килгән.

8-се биттәге яҙмалар мәҙәниәткә, әҙәбиәткә ҡағылышлы. Мәҡәләләрҙә балалар әҙәбиәте торошо, йәш актер эшмәкәрлеге темалары яҡтыртылған. Шулай уҡ был биттә “Бәһинә” тигән хикәйә баҫылып сыҡҡан, алда торған Әсә көнөнә арналған ижади бәйге иғлан ителгән.

һылтанмалар