Вконтакте facebook facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
№ 129 (27531) 2018 йыл, 9 ноябрь, йома


“Башҡортостан” гәзитенең 9 ноябрь һанына күҙәтеү

“Башҡортостан” гәзитенең бөгөнгө һаны Әбйәлил районындағы Ҡырҙас ауылындағы фельдшер-акушерлыҡ пункты эшмәкәрлеге, уның хеҙмәткәрҙәре тураһындағы яҙма менән асыла.

Артабан “Төҙөлөш” махсус битендә алданған өлөшсөләр мәсьәләһе күтәрелә, шулай уҡ Бөрйән районында һалынырға тейешле күпер хаҡында һүҙ бара.

Көнүҙәк проблемалар буйынса шулай уҡ “Хәүефһеҙлекте тәьмин итеүҙә берҙәм система кәрәк”, “Һалым инспекторы килдеме әллә?..”, “Ағас өҫкә ауып килһә лә...” тип исемләнгән мәҡәләләрҙә уҡырһығыҙ.

Иртәгә – Рәсәйҙең эске эштәр органдары хеҙмәткәрҙәре көнө. Ошо уңайҙан Эске хеҙмәт подполковнигы Рәмил Вәлиев хаҡында яҙма, шулай уҡ был тармаҡтағы яңылыҡтар урын алды.

Бөгөнгө һанда шулай уҡ йәш яҙыусы Айгиз Баймөхәмәтов менән әңгәмә уҡырһығыҙ, олуғ шәхес Нияз Мәжитовтың хәтер кисәһе нисек үткәнен байҡарһығыҙ, “Урал батыр” эпосының варианттары булғанмы-юҡмы икәне хаҡында этнограф фекерен белерһегеҙ. “Юлдаш” радиоһына арналған сканворд та күптәрҙең күңеленә хуш килер.

Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ: киләһе йылға матбуғат баҫмаларына яҙылыу дауам итә. “Башҡортостан” гәзитенә яҙылып, квитанцияһын редакцияға ебәргәндәрҙе төрлө бүләктәр көтә, араларында иң ҙуры – “Йәйғор” шифаханаһына ике путевка.

һылтанмалар