Вконтакте facebook facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
№ 131 (27533) 14 ноябрь 2018 йыл


“Башҡортостан” гәзитенең 14 ноябрь һанына күҙәтеү.

Әлеге көндә Башҡортостанда киләһе йылдар бюджетын туплауға әҙерлек бара. Республика ҡаҙнаһының киләһе йылдарға килеме, сығымы күҙҙаллана. Әйткәндәй, был сарала һәр кемдең ҡатнашыу мөмкинлеге бар. “Республика халҡы һалым түләй, шуға күрә республика бюджетының нисек тупланыуын белергә һәм эшлекле төҙәтмәләр индерергә хаҡы бар, йәғни бында төп эсперт — халыҡ үҙе, сөнки ул ҡаҙна аҡсаһының ҡайҙа тотонолорға тейешлеген дә, ғәмәлдә ҡайҙа сарыф ителеүен дә күреп тора. Үҙ төбәгебеҙ ҡаҙнаһына битараф булмағандарҙы ошо асыҡ тыңлауҙа ҡатнашырға саҡырам”, — тине Дәүләт Йыйылшы — Ҡоролтай Рәйәсе Константин Толкачев. Тулыраҡ гәзитебеҙҙең бөгөнгө һанында.

Әлшәй районы күп йыллыҡ үҫеш юлында республикалағы эре агросәнәғәт райондарының береһенә әүерелде. Төбәктә йылына 90 миллион дана бройлер гибриды инкубация йомортҡаһы һәм 115 мең тонна ҡош ите етештереүсе ҙур инвестиция проекты тормошҡа ашырыла. Проекттың үҙенсәлеге шунда: бындай комплексҡа оҡшаш предприятие әлегә Рәсәйҙә юҡ. Район тағы ниндәй ҡаҙаныштары менән маҡтана ала? Төбәк иҡтисадының уңыштары ниндәй кимәлдә? Әлшәй районының бөгөнгөһө хаҡында “Башҡортостан” гәзитенең 3-сө битендә уҡығыҙ.

Себеште көҙ һанайҙар тигәндәй, ауыл хужалығы хеҙмәткәрҙәренең матур йолаһы бар: бөтөн иген келәттәргә тапшырылып, мал кәртәгә ингәс, улар башҡарылған эшкә йомғаҡ яһай. Стәрлетамаҡ районы эшсәндәре лә быйылғы һөҙөмтәнән ҡәнәғәт. Тулыраҡ үҙ хәбәрсебеҙ Рәмил Мансуров әҙерләгән “Һарай тулы иген-мал — күкрәктәрҙә дан миҙал” исемле яҙмала уҡығыҙ.

һылтанмалар



Комментарий өҫтәргә