Вконтакте facebook facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
№ 132 (27534) 2018 йыл, 16 ноябрь, йома
“Башҡортостан” гәзитенең 16 ноябрь һанына күҙәтеү

Бөгөнгө һандың 1-се битендә Өфөлә барған “Беҙҙең бренд” күргәҙмәһенән репортаж бирелгән.

2-се биттә иһә “Йыл эшҡыуары” конкурсы яҡтыртылған. Шулай уҡ республика яңылыҡтары урын алған, гәзиткә яҙылып бүләк отҡан уҡыусы менән таныштырылған.

3-сө биттә Сибай һәм Баймаҡ ҡалаларындағы Күп функциялы үҙәктәрҙең эшмәкәрлеге һүрәтләнгән.

4-се биттә Әлшәй районы эшҡыуарҙары, ә 5-се биттә – Көйөргәҙе нефть сығарыу ҡорамалдары заводы эшселәренең тормошо тасуирланған.

6-сы биттә “Аҫылташ Х” йәштәр форумы барышы, 7-се биттәге “Ҡоролтай тауышы” рубрикаһында күрше Татарстанда йәшәгән милләттәштәребеҙ көнитмеше яҡтыртылған.

8-9-сы биттә яҙыусы Спартак Ильясов менән әңгәмә баҫылып сыҡҡан.

10-сы биттәге мәҡәләләр Халыҡ-ара ир-егеттәр көнөнә арналған.

11-се биттәге “Йома һайын ошо урында” рубрикаһының бөгөнгө геройы – шағир Яҡуп Ҡолмой.

12-13-сө биттәге яҙмалар “Сәләмәт булайыҡ!” исеме аҫтында берләштерелгән. Беренсеһе – диабет сире, икенсеһе тәмәке тартыуҙың зыяны хаҡында бәйән иткән.

14-се биттә киләһе аҙнаға телевидение программаһы, кроссворд баҫылған.

15-се биттә, ғәҙәттәгесә, “Иман” махсус бите. Унда Баймаҡ районының Иҫән ауылында мәсет асылыуы һөйөнсөләнгән.

16-сы биттә Башҡортостан Республикаһының 100 йыллығы уңайынан райондар араһында барған – Йәрмәкәйҙән – Ейәнсураға, Ейәнсуранан Йылайырға тапшырылған фестиваль-марафон эстафетаһы яҡтыртылған.

һылтанмалар



Комментарий өҫтәргә