Вконтакте facebook facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
№ 133 (27535) 20 ноябрь 2018 йыл


“Башҡортостан” гәзитенең 20 ноябрь һанына күҙәтеү

Үткән ял көндәрендә республика етәксеһе эш сәфәре менән Октябрьский ҡалаһында һәм Туймазы районында булды. Радий Хәбиров социаль объекттарҙы ҡараны, урындағы кешеләр менән осрашты. Төбәк халҡын ниндәй проблемалар борсой? Кешеләр нимәгә зарлана? Тулыраҡ 1-2 –се биттәрҙә.

Ағиҙел менән Кама йылғаһы ҡушылған ерҙә барлыҡҡа килгән ул Ағиҙел ҡалаһы. 1980 йылда атом электр станцияһы төҙөй башлау менән бәйле ҡасаба ҡалҡып сыға, ә 1991 йылдан ҡала статусына эйә була. Бөгөн нисек йәшәй ҡала? Ҡасабаға нигеҙ һалыусылар кемдәр улар? “Хыялдағы аҡ ҡала” тураһында ентекләберәк 4-се биттә.

Республикала рөхсәтһеҙ пассажир ташыусыларҙы тәртипкә күндереү дауам итә. Республика Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбировтың күрһәтмәһенә ярашлы, был эшкә төрлө ойошмалар етди тотондо һәм ошо турала гәзитебеҙ даими хәбәр итеп тора: рөхсәтһеҙ йөрөгән һәм һалым түләмәгән автобустар ҡулға алына, улар урынына “Башавтотранс” машиналары рейстарға сығарыла, башҡа ҙур ҡалаларҙың тәжрибәһе иҫәпкә алына... Һөҙөмтәләр тураһында бөгөн нимә әйтергә була? Тулыраҡ 5-се биттә.

“Ғалим һүҙе” рубрикаһында был юлы Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты Рәшит Шәкүр һүҙ алды.

һылтанмалар



Комментарий өҫтәргә