Вконтакте facebook facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
№ 134 (27536) 21 ноябрь 2018 йыл


“Башҡортостан” гәзитенең 21 ноябрь һанына күҙәтеү

Бөгөнгө һандың 1-се битендә Әбйәлил районында ҡаҙ өмәләре башланыуы хәбәр ителеп, Күсем ауылындағы ошондай саранан репортаж бирелгән. Йәнә был биттә Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбировтың инвалид бала тәрбиәләгән ата-әсәләр менән осрашыуы яҡтыртылған.

2-се биттә Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтайҙың Аграр мәсьәләләр, экология һәм тәбиғәттән файҙаланыу комитеты рәйесе урынбаҫары Руфина Шаһапова менән ҡоролған әңгәмә баҫылған, республикала һанлы телевидениеға старт бирелеүе хәбәр ителгән, яңылыҡтар донъя күргән.

3-сө биттәге “Баш йортобоҙ – Башҡортостан” махсус сығарылышы был юлы Мәсетле районы һәм уның халҡы йәшәйешенә арналған.

4-се бит мәҡәләләре төрлөһөнән. Бында Иглин районынан Әғзәмовтар ғаиләһе, Стәрлетамаҡ ҡалаһынан тел уҡытыусыһы, Күгәрсен районынан һәүәҫкәр артист ағинәй, Өфө ҡалаһынан психолог тураһында һүрәтләмәләр баҫылып сыҡҡан. Ә Ишембай районынан даими автор Вараҡа Ғәләүетдинова тормош күренешенән бер ғибрәтле яҙма тәҡдим иткән.

һылтанмалар



Комментарий өҫтәргә