Вконтакте facebook facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
№ 140 (27542) 5 декабрь 2018 йыл


“Башҡортостан” гәзитенең 5 декабрь һанына күҙәтеү

Бөгөнгө һандың 1-се битендә Ҡырмыҫҡалы районында белем һәм тәрбиә эшенең торошо, Стәрлетамаҡ ҡалаһындағы Берҙәм дежур диспетчерлыҡ хеҙмәте эшмәкәрлеге яҡтыртылған. Шулай уҡ 3 – 13 декабрҙә барған матбуғатҡа яҙылыу ун көнлөгөндә ташламаларҙың 40 процентҡаса етеүе хәбәр ителгән.

2-се биттә Ишембай ҡалаһындағы сауҙа үҫеше, торлаҡ-коммуналь хужалыҡ торошо тураһындағы яҙмалар урын алған, республика яңылыҡтары бирелгән.

3-сө биттә – “Сәләмәт булайыҡ!” махсус битенең сираттағы сығарылышы. Был юлы унда Стәрлетамаҡтағы 1-се клиник дауахананың баш табибы менән ҡоролған әңгәмә, инсульт, невроз сирҙәре хаҡында файҙалы мәғлүмәт баҫылып сыҡҡан.

4-се биттә “Йәштәр донъяһы” махсус сығарылышы донъя күргән. Ундағы мәҡәләләрҙә республикала һәм унан ситтә дан ҡаҙанған йәш милләттәштәребеҙ үҙҙәренең уңыш серҙәре менән уртаҡлашҡан.




Комментарий өҫтәргә