Вконтакте facebook facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
№ 141 (27543) 2018 йыл, 7 декабрь, йома


“Башҡортостан” гәзитенең 7 декабрь һанына күҙәтеү

Кешеләр шикелле ауылдарҙың да үҙенә генә хас холоҡ-фиғеле, үҙенсәлеге була. Ишембай районының урманлы тауҙар ҡуйынына һыйынып ултырған Этҡол ауылына килеп инеү менән, бында уңған, тыуған төйәген яратҡан халыҡ йәшәүе күҙгә ташлана. Һәр ерҙә тәртип, таҙалыҡ, йорт-ихаталар төҙөк. Республикала иғлан ителгән “Иң матур ауыл” конкурсында ҡатнашып, финалға үтеп, “Иң егәрле ауыл” булып танылыуҙары ла юҡҡа түгелдер. Этҡол ауылы, уның уңған һәм егәрле халҡы тураһында тулыраҡ 3-сө биттә.

“РИА-Медоптик” офтальмология үҙәге менән беҙ күптән таныш. Уларҙың уңыштары, ҡаҙаныштары тураһында форсат сыҡҡан һайын яҙып торорға тырышабыҙ. Әле лә үҙәккә барыуыбыҙҙың тос ҡына сәбәптәре бар. Беренсенән, улар ошо арала 20 йыллыҡ юбилейҙарын билдәләргә йыйына, икенсенән, күптән түгел баш ҡалала яңы филиалдары асылды. Барыһы хаҡында 5–се биттә уҡығыҙ.

Ҡырмыҫҡалы ауылына — 260 йыл. Ошо уңайҙан гәзит уҡыусыларыбыҙ иғтибарына төбәктең үҫеш күрһәткестәре, алдынғы предприятиелар, уңған эшҡыуарҙар хаҡында махсус бит тәҡдим итәбеҙ. “Баш йортобоҙ — Башҡортостан” рубрикаһы менән бирелгән яҙмалар 8-9-сы биттәрҙә урын алған.

Күренекле яҙыусы һәм журналист Гөлшат Әхмәтҡужинаның сираттағы “Бетеү” исемле йыйынтығында повестар, хикәйәләр һәм эсселар тупланған.

Әҙибәнең был китабын да әҙәбиәт һөйөүселәр бик йылы ҡабул ите. Ошо уңайҙан Гөлшат Фәйзи ҡыҙына бер нисә һорау менән мөрәжәғәт иттек. Әңгәмәне 11-се биттә уҡығыҙ.

һылтанмалар



Комментарий өҫтәргә