Вконтакте facebook facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
№ 144 (27546) 144 (27546)

“Башҡортостан” гәзитенең 14 декабрь һанына күҙәтеү

Бөгөнгө һандың 1-се битендә 14 йәше тулған үҫмерҙәргә Республика йортонда паспорт тапшырыу тантанаһынан репортаж бирелгән.
2-се биттә иһә “Торатау” этнопаркы төҙөү башланғысы яҡтыртылған.

3-сө биттә Өфө һәм Стәрлетамаҡ ҡалаһы йәмәғәт транспорты водителдәренең юл ҡағиҙәләрен белеүгә тест үтеүе һүрәтләнгән, Хәйбулла районында ун беренсе икмәкхана асылыуы һөйөнсөләнгән.

4-се биттә интернеттағы социаль селтәрҙәрҙә граждандарҙың мөрәжәте менән эшләү барышы буйынса мәҡәлә донъя күргән.

5-се биттә Яңы йыл байрамы алдынан пиротехника һатыу торошон тикшереү буйынса уҙған рейдтан репортаж урын алған, йәш эшҡыуар Айнур Ғәзизов хаҡында һүрәтләмә донъя күргән.

6-сы биттә ирекмәнлек, ваҡытлы матбуғат киосктарының хәҙерге яҙмышы кеүек көнүҙәк мәсьәләләр күтәрелгән.

7-се биттә Ырымбур өлкәһендәге милләттәштәребеҙ көнитмеше тасуирланған.

8-9-сы биттәрҙә академик Фәнил Фәйзуллин менән ҡоролған әңгәмә баҫылып сыҡҡан.

10-сы биттә – сираттағы “Сәләмәт булайыҡ!” махсус сығарылышы. Унда был юлы онкологик сирҙәр тураһында һүҙ йөрөтөлгән.

11-се биттәге “Йома һайын ошо урында” рубрикаһында Италия иленең, унда эшләгән ватандаштарыбыҙ тормошо яҡтыртылған.

12-се биттә Учалы, Ғафури райондарынан өлкән быуын кешеләренең көнитмеше һүрәтләнгән.

13-сө биттә Күгәрсен районынан гәзит уҡыусының һуғыштан һуңғы йылғы бала сағы хаҡындағы йән әрнеткес яҙмаһы урын алған.

14-се биттә киләһе аҙнаға телевидение программаһы, “Аҙна һайын бүләк” акцияһының еңеүселәре исемлеге бирелгән.

15-се биттә – “Иман” махсус сығарылышы, 16-лағы мәҡәләләр туған телгә һәм шиғриәткә бәйле.

һылтанмалар



Комментарий өҫтәргә