Вконтакте facebook facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
№ 147 (27549) 2018 йыл, 21 декабрь, йома
“Башҡортостан” гәзитенең 21 декабрь һанына күҙәтеү

Һәр дәүләттең Конституцияһы – уның төп законы. Ул граждандарҙың иң тәүге хоҡуҡтарын һәм бурыстарын иғлан итә. Ҡалған бөтә ҡануниәт ошо Төп закондан ситкә тайпылмаҫҡа тейеш. Башҡортостан Республикаһының Конституцияһы 24 декабрҙә 25 йыллығын билдәләйәсәк. Уның үтәлешен тәьмин итергә тейешле Конституция Судының үҙ ғәмәлен башҡара башлауына ла 22 йыл тулып уҙҙы. Ике тиҫтә йылды баҡап, уның эшмәкәрлеге тураһында нимә әйтергә мөмкин, киләсәккә ниндәй маҡсаттар ҡуйыла? Ошо һәм башҡа һорауҙарға республикабыҙҙың Конституция Суды Рәйесе, республика Фәндәр академияһының ағза-корреспонденты, Башҡортостандың атҡаҙанған юрисы, юридик фәндәр докторы, профессор Зөфәр ЙӘНЕКӘЕВ яуап бирә. Әңгәмәне 3-сө биттә уҡығыҙ.

2019 йылдың 1 ғинуарынан баҡса еренә ҡағылышлы закон ғәмәлгә инә. Хәтерегеҙҙәлер, былтыр йәй “Граждандарҙың үҙ ихтыяжы өсөн баҡсасылыҡты һәм йәшелсәселекте алып барыуы һәм Рәсәй Федерацияһының айырым закон акттарына үҙгәрештәр индереү тураһында”ғы 217-се Федераль закон ҡабул ителгәйне. Баҡсасылыҡ өлкәһенә ҡағылған законға күптән үҙгәрештәр, өҫтәмәләр индереү талап ителә ине. Еләк-емеш йә йәшелсә баҡсаһы хужаларының коллектив ойошмалары күп булыуы һәм уларҙың төрлөсә аталыуы хәйләкәр әҙәмдәргә мутлашыу өсөн бик ҡулай булды. Мәҫәлән, улар законһыҙ аҡса йыя, күсемһеҙ милек менән төрлөсә мутлыҡ ҡыла. Яңы ҡануниәт бындай елғыуарҙарҙың юлын ябыр тигән ышаныс бар, сөнки яңы закон баҡса йәмғиәттәре рәйестәре һәм вәкилдәре тәҡдимдәре нигеҙендә ҡағиҙәләргә һәм нормаларға таянып әҙерләнгән. Тулыраҡ 6-сы биттә.

Башҡортостанда рок бармы? Ошо һорау, моғайын, башҡорт эстрадаһында киң таралғандарының береһелер. Кемдер, был музыка йүнәлешендә ижад иткән лайыҡлы төркөм юҡ, тип иҫәпләй, икенселәр өсөн башҡорт рок-музыкаһы “Бүреләр” төркөмө менән генә сикләнеп ҡала... Ә ғәмәлдә нисек һуң? Барыһы хаҡында ла 16-сы биттә.

һылтанмалар



Комментарий өҫтәргә