Вконтакте facebook facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
№ 149 (27551) 26 декабрь 2018 йыл


“Башҡортостан” гәзитенең 26 декабрь һанына күҙәтеү

1993 йылдың көҙөндә бөгөнгө Рәсәй дәүләтселеген формалаштырыу юлында ҡыйыу аҙымдар яһалды: бер нисә ай эсендә Федерация Советына һәм Дәүләт Думаһының тәүге саҡырылышына депуттар һайлау ойошторолдо һәм үткәрелде, Төп Закон проекты һәм яңы Конституцияны ҡабул итеү буйынса бөтә халыҡтың тауыш биреүе ойошторолдо. Ошо процестар менән бер рәттән, илдең яңы һайлау системаһы формалаша барҙы. Быйыл ойошма сирек быуатлыҡ юбилейын билдәләне. Тантаналы ваҡиғаға арналған саралар быйыл октябрҙә илдең баш ҡалаһы Мәскәүҙә, дәүләтебеҙҙең төрлө төбәктәрендә, шул иҫәптән беҙҙең республикала ла үтте. Ошо айҡанлы илдең һайлау системаһы торошо, уның урындағы үҙенсәлектәре, камиллашыу перспективалары хаҡындағы һорауҙар менән Башҡортостан Үҙәк һайлау комиссияһы рәйесе Хәйҙәр Арыҫлан улы Вәлиевкә мөрәжәғәт иттек. Әңгәмәне 2-се биттә уҡығыҙ.

Флүр Ғәлимовтың “Аҙғын тәүбәһе” трилогияһы башҡорт әҙәбиәтендә бөгөнгө замандың киҫкен проблемаларын ғына күтәреп ҡалманы, ә Салауат Байғазин аша яңы образ тыуҙырыуға өлгәште. Әйткәндәй, әҫәрҙең “Тыйылған емеш тәме” тигән тәүге романы Мәскәүҙәге ”Юность” журналының 6-11-се һандарында донъя күрҙе, ә “Алтын ҡанатлы Һомайғош” тип аталғаны абруйлы “Роман-газета” журналында сыҡты. Оҙаҡламай әҫәр Бөйөк Британияла “The Taste of Forbidden fruit” (“Тыйылған емеш тәме”) тигән исем аҫтында инглиз телендә баҫыласаҡ. Бындай тәҡдим менән авторға Мәскәүҙәге арҙаҡлы “Художественная литература” нәшриәтенең генераль директоры Алексей Гришанов сыҡҡан. “Юность” журналының декабрь һанында Флүр Ғәлимовтың был трилогияһына Рәсәйҙең данлыҡлы әҙәби тәнҡитсеһе Лев Аннинскийҙың рецензияһы баҫылды. Ҡул артың еңел булһын, ҡәләмдәшебеҙ! Был тиклем уңыштарҙан һуң башы әйләнеп китмәнеме икән Флүр Миңшәриф улының? Уның менән ошо ижади ҡаҙаныштары хаҡында әңгәмә ҡорҙоҡ. Яҙманы гәзитеббеҙең 4-се битендә уҡығыҙ.




Комментарий өҫтәргә