Вконтакте facebook facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
№ 2 (27554) 8 ғинуар 2019 йыл


“Башҡортостан” гәзитенең 8 ғинуар һанына күҙәтеү

Бөгөнгө һандың 1-се битендә Дүртөйлө районындағы туғыҙ балалы ғаилә тураһында һүрәтләмә донъя күргән. Ошонда уҡ Миәкә районы малсылыҡ тармағының бөгөнгө торошо яҡтыртылған.

2-се биттә иҡтисад мәсьәләләре күтәрелгән. Яҙмаларҙа Рәсәйҙән, республиканан экспортҡа тауар оҙатыу, Ғафури районында мал ҡышлатыу темалары сағылыш тапҡан.

3-сө бит мәҡәләләре төрлөһөнән. Республиканың һаулыҡ һаҡлау тармағының 100 йыллығы айҡанлы медицина тарихына байҡау яһалған, Сибай ҡалаһынан мәргән уҡсы Хөрмәт Таһиров менән әңгәмә баҫылып сыҡҡан. “Тормош һабаҡтары” рубрикаһында иһә эскесе атай менән йәшәү тасуирланған.

4-се биттә Әбйәлил районында йәшәп ижад иткән яҙыусы Айһылыу Йәғәфәрованың китаптарына байҡау яһалған, Ауырғазы районынан гәзит уҡыусының “Ырыҫ билдәһе” тигән хикәйәһе донъя күргән.




Комментарий өҫтәргә