Вконтакте facebook facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
№ 7 (27559) 22 ғинуар 2019 йыл

“Башҡортостан” гәзитенең 22 ғинуар һанына күҙәтеү

Беренсе һәм икенсе биттәрҙә республика яңылыҡтары, төбәк етәксеһенең эшлекле осрашыуҙары, Өфөгә Ҡырым делегацияһының килеп ҡайтыуы тураһында мәғлүмәттәр менән танышырға мөмкин.

Өсөнсө биттә “Сәләмәт булайыҡ!” махсус бите урын алған. Аяҡтарығыҙ һыҙламаһын өсөн нимәләр эшләйһегеҙ? Татарстан Республикаһының Әлмәт районында йәшәгән гәзит уҡыусыбыҙ Зәүхиә Ҡәҙербәкова үҙенең шәхсән серҙәре менән уртаҡлаша. Ошо уҡ биттә тәмәкенән нисек ҡотолоу кәңәштәре лә баҫылған.

Башҡортостандың атҡаҙанған нефтсеһе, Рәсәй тау фәндәре академияһы академигы, техник фәндәр докторы Эрнст ЮЛБАРИСОВҠА – 80 йәш. Эрнст Мирсаяф улының исеме ғилми даирәләрҙә лә, республика йәмәғәтселегенә лә яҡшы таныш. Ул – 430 фәнни мәҡәлә, 29 уйлап табыу эше, биш китап авторы. Күптәр Э.М. Юлбарисовты ғалим, геолог, нефтсе булараҡ белә, ә бөгөнгө әңгәмә барышында беҙ уны оҫта рәссам, тос фекерле шағир һәм тәржемәсе, хәстәрлекле ғаилә башлығы, абруйлы атай һәм һөйөклө олатай булараҡ та астыҡ. Әңгәмәне 4-се биттә уҡығыҙ.

“Баш йортобоҙ — Башҡортостан” рубрикаһында республиканың тәүге баш ҡалаһы — Темәс. Ауылдың тарихы, тарихи урындары, арҙаҡлы шәхестәре, уңған халҡы... Барыһы тураһында ла 6-сы биттә уҡығыҙ.

һылтанмалар



Комментарий өҫтәргә