Вконтакте facebook facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
№ 10 (27562) 29 ғинуар, 2019 йыл


“Башҡортостан” гәзитенең 29 ғинуар һанына күҙәтеү

Бөгөнгө һандың 1-2-се биттәрендә республика етәксеһе Радий Хәбировтың Әбйәлил районына булған эш сәфәре яҡтыртылған. Шулай уҡ төбәк хәбәрҙәре, яңылыҡтар бирелгән.

3-сө биттә “Баш йортобоҙ – Башҡортостан” исеме аҫтында Бүздәк районынан яҙылған мәҡәләләр тупланған.

4-се биттәге яҙмаларҙа иҡтисад мәсьәләләре күтәрелгән. Төп иғтибар
микрофинанс ойошмаларының эшен көйләүгә йүнәлтелгән.

5-се биттәге республиканың 100 йыллығына арналған мәҡәләлә дәүләт эшмәкәре, сәйәсмән Муллайән Халиҡов һүрәтләнгән.

6-сы биттә сираттағы “Пенсионер” махсус сығарылышы урын алған.

7-се бит яҙмалары төрлөһөнән. Бында Шишмә районынан гәзит уҡыусының шиғри шәлкеме, Салауат районынан – ҡыҙыҡлы тормош күренеше, Учалы һәм Стәрлетамаҡ яҡтарынан килгән эшлекле, һәләтле яҡташтар тураһындағы һүрәтләмәләр баҫылған.

8-се биттә донъя күргән мәҡәләләр Баймаҡ, Ейәнсура, Өфө тарафтарынан булып, “Йәшәйеш” исеме аҫтында берләштерелгән.




Комментарий өҫтәргә