Вконтакте facebook facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
№ 11 (27563) 30 ғинуар, 2019 йыл
“Башҡортостан” гәзитенең 30 ғинуар һанына күҙәтеү

Беренсе һәм икенсе биттәрҙә республика яңылыҡтары, төбәк етәксеһенең эшлекле осрашыуҙары менән танышырға мөмкин.

Башҡортостан биләмәһендә рөхсәтһеҙ тәбиғи таш сығарылыуы һәм был эштең тирә-яҡ мөхиткә ҙур зыян килтереүе, урындағы халыҡҡа һәм ҡаҙнаға файҙаһы булмауы тураһындағы борсоулы хәбәр республикабыҙ Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров үҙ вазифаһына тотонғас та уның башланғысы менән киң билдәлелек алғайны. Ә бит, уйлап ҡараһаң, проблема электән килгән, ләкин ваҡытында хәл итмәгәндәр.

Бөгөн ошо законһыҙ эшмәкәрлекте туҡтатыу, уны ҡануни нигеҙҙә ойоштороу буйынса ниндәй саралар күрелгән, һәм был мәсьәләнең киләсәге нисек төҫмөрләнә? Был хаҡта тулыраҡ 2-се биттә уҡығыҙ. “Урлатабыҙ ниңә Урал ташын” исемле мәҡәлә ошо хаҡта.

Рәсәй Дәүләт Думаһы өсөнсө уҡыуҙа “Хәрби бурыс һәм хәрби хеҙмәт” тураһындағы Законға индерелергә тәҡдим ителгән үҙгәрештәрҙе ҡабул итте. Яңы документ хәрби иҫәпкә тороуҙы ябайлаштыра, атап әйткәндә, граждандарға ғәмәлдә йәшәгән урынындағы хәрби коммисариатта теркәлергә рөхсәт итә. Был хаҡта ентекләберәк 2-се биттә.

Бөгөнгө һанда шулай уҡ Бөрйән районының Яңы Усман ауылында фельдшер булып эшләгән Зәкир Ҡаһарманов тураһында яҙма, Белорет ҡалаһының 21-се мәктәбе эшмәкәрлеге хаҡында мәҡәлә урын алған.

һылтанмалар



Комментарий өҫтәргә