Вконтакте facebook facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
№ 12 (27564) 2019 йыл, 1февраль, йома
“Башҡортостан” гәзитенең 1 февраль һанына күҙәтеү

Бөгөнгө һандың 1-2-се биттәрендә Сибай ҡалаһы тормошо яҡтыртылған. Шулай уҡ республика яңылыҡтары, рәсми хәбәрҙәр бирелгән.

3-сө биттә көнүҙәк мәсьәлә – төбәктәрҙә һөт кухнялары булдырыу темаһы күтәрелгән.

4-се биттә Әбйәлил районының Йәнекәй ауылы эшҡыуарҙары тураһында һүрәтләмә донъя күргән.

5-се биттә Ленинград блокадаһы шаһитының хәтирәләре баҫылған.

6-сы биттәге мәҡәлә билдәле күҙ табибы Марат Аҙнабаевҡа арналған.

7-се биттә яҙыусы Наил Ғәйетбаев менән әңгәмә баҫылып сыҡҡан.

8-се биттә “Аҡ һәм ҡара” тигән яңы рубрика донъя күргән. Ундағы яҙмаларҙа яңы “Мин – Марат” спектакленә ҡарата ҡапма-ҡаршы фекерҙәр әйтелгән.

9-сы биттә Сибай ҡалаһынан башланғыс кластар уҡытыусыһы, яҙыусы Рәмилә Торомтаева менән ҡоролған әңгәмә тәҡдим ителгән.

10-сы биттәге мәҡәлә Бөтә донъя яман шеш ауырыуына ҡаршы көрәш көнөнә бағышланған.

11-се биттә республиканың 100 йыллығына арналған “Баш йортобоҙ – Башҡортостан” конкурсына Учалы районынан ебәрелгән яҙма баҫылған.

12-се биттә гәзит уҡыусыларҙың аҡсаға, эскелеккә бәйле фәһемле, ғибрәтле уйланыуҙары донъя күргән.

13-сө биттә сканворд, алдағы аҙнаға йондоҙнамә бирелгән, 14-селә иһә – киләһе аҙнаға телевидение программаһы.

15-се биттә, ғәҙәттәгесә, “Иман” махсус сығарылышы урын алған.

16-сы биттә февраль айына иҫтәлекле көндәр, һөнәри байрамдар теҙмәһе баҫылған, Татарстан башҡорттарының көнитмеше тасуирланған.

һылтанмалар



Комментарий өҫтәргә