Вконтакте facebook facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
№ 15 (27567) 2019 йыл, 8февраль, йома


“Башҡортостан” гәзитенең 8 февраль һанына күҙәтеү

Беренсе һәм икенсе биттәрҙә республика яңылыҡтары, төбәк етәксеһенең эшлекле осрашыуҙары менән танышырға мөмкин.

Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған табибы Ишмырҙа Һиҙиәтов 1988 йылда хаҡлы ялға сыҡҡас, тыуған яғы Әбйәлилгә ҡайта. Юғары квалификациялы табип район дауаханаһында эшләгән сағында Башҡортостанда ғына түгел, тотош илдә беренселәрҙән булып ауыл ерендә хоспис төҙөргә ҡарар итә. Тәүҙә уның эшмәкәрлеге Ишмырҙа Һиҙиәтовтың тырышлығы менән атҡарылып килһә, аҙаҡ уны финанслауҙа, медицина препараттары менән тәьмин итеүҙә проблемалар тыуа. Һөҙөмтөлө хоспис бөгөн Асҡар үҙәк район дауаханаһының паллиатив ярҙам бүлексәһе булараҡ эшләй. Һуңғы ваҡытта был медицина учреждениеһы хаҡында йыш ҡына төрлө хәбәрҙәр ишетелә: кемдер сирлеләрҙе ашатыу мәсьәләһе насар тиһә, икенселәр бинаға күптән ремонт яһалмауға, тейешле иғтибар булмауға зарлана. Йөҙ тапҡыр ишеткәнсе, бер тапҡыр барып күр, тигән мәҡәлде күҙ уңында тотоп, беҙ ҙә Салауат ауылына юл алдыҡ. Мәҡәләне тулыраҡ 5–се биттә уҡығыҙ.

Бөгөнгө тормошта сит илгә сәйәхәткә сығыу ғәҙәти күренешкә әйләнде. Беҙҙең республика кешеләре лә төрлө маҡсат менән сәфәргә даими йөрөп тора. Шул уҡ ваҡытта уларҙың сит дәүләттәрҙә төрлө күңелһеҙ хәлдәргә тарыуы ла ихтимал. Был осраҡта Рәсәй Сит илдәр эштәре министрлығының Өфөләге вәкиллеге ярҙамға килә. Был артыҡ күҙгә күренмәгән, әммә мөһим булған эш тураһында, Дипломатик хеҙмәткәрҙәр көнө уңайынан вәкиллектең етәксеһе Венер ҒӘЛИӘКБӘРОВ менән әңгәмә ҡорҙоҡ. Әңгәмә 6-сы биттә урын алған.

Был һанда шулай уҡ беренсе башҡорт осоусыһы тураһында яҙма, “Иман” махсус бите, сканворд һәм башҡа ҡыҙыҡлы мәҡәләләр урын алған.

һылтанмалар



Комментарий өҫтәргә