Вконтакте facebook facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
№ 18 (27570) 2019 йыл, 15февраль, йома


“Башҡортостан” гәзитенең 15 февраль һанына күҙәтеү

Бөгөнгө һандың 1-се битендә мәғариф хеҙмәткәрҙәре араһында Мостай Кәримдең 100 йыллыҡ юбилейына арнап үткәрелгән конкурсты йомғаҡлау сараһынан репортаж бирелгән.

2-се биттә республика хәбәрселәренең Сибай ҡалаһына барып хәлде өйрәнеүе тасуир ителгән.

3-сө биттә балалар йорто тәрбиәләнеүселәренең “хеҙмәт терапияһы” алыуы хаҡында әңгәмә баҫылған.

4-5-се биттәрҙә Белорет районы ауылдарының йәшәйеше тураһындағы яҙмалар донъя күргән.

6-7-се биттәрҙә яугир-интернационалистарҙы иҫкә алыу көнөнә арналған мәҡәләләр баҫылып сыҡҡан. Уларҙа Учалы, Туймазы, Баймаҡ районы “афғансы”лары яҙмышы сағылдырылған.

8-се биттә Татарстанда милләттәшебеҙ Илдархан Мутинға бағышлап уҙғарылған саранан репортаж урын алған.

9-сы биттәге мәҡәләләр – театр сәнғәте, шиғриәт темаларына.

10-сы биттә – юл хәрәкәтенә бәйле “Тәгәрмәс” махсус сығарылышы.

11-се биттәге “Йома һайын ошо урында” рубрикаһында Ейәнсура районының билдәле шәхесе Сәмиғулла Хәлитов тураһында һүрәтләмә донъя күргән.

12-се биттә Студенттарҙың төҙөлөш отрядтары көнөнә бағышланған хәтирәләр баҫылған.

13-сө биттә иһә гәзит уҡыусылар иғтибарына сираттағы сканворд, йондоҙнамә, файҙалы кәңәштәр тәҡдим ителгән. 14-селә киләһе аҙнаға телевидение программаһы бирелгән.

15-се биттә замандашы шағир Рәмил Йәнбәкте иҫкә алған. 16-сыла “Ҡош юлы” фестиваленең Учалыла уҙған ултырышы хаҡында бәйән ителгән.




Комментарий өҫтәргә